Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
16 Ноябрь 2021, 15:30

Фатирлы булыу — оло бәхет

Ҡариҙел район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ете егет һәм ҡыҙға, дүрт үҙенсәлекле балаға яңы фатир асҡыстары тапшырҙы.

Фатирлы булыу — оло бәхет
Фатирлы булыу — оло бәхет

Яңы өйгә күсеүселәрҙе һәм байрам ҡунаҡтарын район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин ҡотланы.

Етем балаларҙы һәм ауыр формалағы дауамлы ауырыуҙары булған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү район хакимиәте эшендә мөһим бурыс булып тора. Финанслау тейешле программа сиктәрендә федераль һәм республика бюджетынан башҡарыла.

Люция Карамова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: