Йәнтөйәк
0 °С
Облачно
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
15 Ноября 2021, 11:25

Мәктәпкә яңы автобус ҡайтты

Ошо көндәрҙә Яугилде мәктәбенә “Балалар” тип яҙылған өр-яңы асыҡ-һары төҫтәге автобус ҡайтарылды. Был мәктәп автобусы балаларҙы дөйөм белем биреү учреждениеларына илтеүҙе ойоштороу өсөн дәүләт программаһы сиктәрендә һатып алынды. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Мәктәпкә яңы автобус ҡайттыМәктәпкә яңы автобус ҡайтты
Мәктәпкә яңы автобус ҡайтты

  

22 урынға иҫәпләнгән яңы транспортта уҡыусыларҙы йөрөткәндә уңайлылыҡты һәм хәүефһеҙлекте тәьмин итеүсе бөтә кәрәкле шарттар ҙа ҡаралған. Автобус хужаһы — тәжрибәле водитель Илдус Ғилмуллин.

Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре һәм педагогтар ошондай бүләк өсөн республика Хөкүмәтенә, Ҡариҙел районы МР хакимиәтенә, мәғариф бүлегенә оло рәхмәттәрен еткерә.

Люция Карамова.

Ҡариҙел районы.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас