Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
12 Ноябрь 2021, 15:00

Гәзит уҡыусылар менән осраштыҡ

 “Караидел” гәзите редакцияһы хеҙмәткәрҙәре һәм Подлубов почта бүлеге почтальондары Подлубов, Нәғретдин, Уразай ауылдарында йәшәгән район баҫмаларының яҡын дуҫтары менән осрашты. 

Гәзит уҡыусылар менән осраштыҡ
Гәзит уҡыусылар менән осраштыҡ

Подлубов почта бүлегендә начальник вазифаһын Рәйфә Ғилманшина башҡара. Уның менән бергә почтальондар Рәзилә һәм Рөстәм Вәлинуровтар, Зилә Карамова эшләй.

Почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре бик тырыш, һәр кем үҙ бурысына  яуаплы ҡарай. Шуға ла йылдың-йылында подписка буйынса, тауар һатыу планы үтәлеп бара. Яҡшы эштәре һәм башҡарыусан, талапсан, өлгөр булыуҙары өсөн почта хеҙмәткәрҙәренә ауылдаштары йылы һүҙҙәрен, изге теләктәрен йәлләмәй.

Был яҡтарҙа ла «Йәнтөйәк» район-ара милли баҫмабыҙҙың яҡын дуҫтары табылды.

Люция Карамова.

Гәзит уҡыусылар менән осраштыҡ
Гәзит уҡыусылар менән осраштыҡ
Гәзит уҡыусылар менән осраштыҡ
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: