Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
7 Ноябрь 2021, 19:50

Контроль йөрөү үткәрҙеләр

Көндөң һыуыҡ һәм буранлы булыуына ҡарамаҫтан,  халыҡ иҫәбен алыусыларҙың эше дауам итә. Бөгөн контролер Гөлназ Ҡадырова һәм  иҫәп алыусы Луиза Хәсәнова Асҡын ауылы 5-се иҫәп алыу участкаһының 4-се иҫәп участкаһына ҡараған урамдарҙа контроль йөрөү үткәрҙе.

Контроль йөрөү үткәрҙеләр
Контроль йөрөү үткәрҙеләр

Улар Түңәрәк, Сәскә, Ғәлимйәнов, Сафин, Йәштәр урамдарында 25 йортта булып, алынған мәғлүмәттәрҙе яңынан тикшерҙе

— Иҫәп алыусыларҙың эше бик яуаплы һәм ҡатмарлы. Һауа торошоноң тотороҡһоҙ тороуы ла улар өсөн ыңғай түгел. Халыҡ иҫәбен алырға һанаулы ғына көндәр ҡала, шуға үтә лә иғтибарлы булып, бар тырышлыҡты һалырға тура килә, — ти Гөлназ Ҡадырова.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: