Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
6 Ноябрь 2021, 13:10
Яуаплы һәм тырыш йәниҫәп алыусыларҙың береһе
«Һәр ерҙә ихлас ҡаршы алып, һорауҙарға ентекле яуап бирҙеләр», - ти Ҡарткиҫәк һәм Күсән ауылдарында халыҡ иҫәбен алыусы Әнүзә Мөхәмәтзыя ҡыҙы Хужиева.
Яуаплы һәм тырыш йәниҫәп алыусыларҙың береһе
1
5 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланып, ул 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Был мөһим сарала йәниҫәп алыусылар тырышып эшләй. Шундайҙарҙың береһе – Ҡарткиҫәк һәм Күсән ауылдарында халыҡ иҫәбен алыусы Әнүзә Хужиева. Әнүзә Мөхәмәтзыя ҡыҙы
2016 йылда ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа ла үҙ өлөшөн индергән була.
"
Миңә барыһы
256 йортта булып, халыҡ иҫәбен алырға кәрәк ине. Бөгөнгә уларҙы йөрөп сыҡтым, тиһәм дә була, бер нисә генә йортҡа тағы барып килергә ҡалды.
Барыһы ла һәйбәт. Зарланырға урын юҡ. Ауылыбыҙ берҙәм, ихлас кешеләре менән дан тота. Күсән ауылында йәшәгән халыҡ та заман ауырлыҡтарына бирешмәй, бик матур донъя көтә икән. Һәр йортта ихлас ҡаршы алып, оҙатып ҡалдылар. Уңған, тырыш халыҡ йәшәй бирелә. Көндәлек тормошта иғтибар итмәгән ыңғай үҙгәрештәр ошо иҫәп алыу ваҡытында күҙгә ташланды. Халыҡтың ихлас булыуы, мул тормошта йәшәргә тырышыуы, йорттарҙың төҙөклөгө, күмәк бала тәрбиәләүсе ғаиләләрҙең булыуы, ололарҙың балалары хәстәрен һәм ярҙамын тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисере
үе
ҡыуандырҙы.
Халыҡ иҫәбен алыу – бик тә кәрәкле сара, сөнки уның барышында тупланған мәғлүмәт киләсәкте күҙаллау, халыҡтың йәшәү шарттары тураһында аныҡ фекер йөрөтөү өсөн талап ителә. Минең участкала йәшәүселәр был сараның мөһимлеген аңлап, әүҙемлек күрһәтте һәм һорауҙарға етди яуап бирҙе», – тине үҙенән дә ихласлыҡ бөркөлөп торған Әнүзә Мөхәмәтзыя ҡыҙы.
Наилә Имаева.
Яуаплы һәм тырыш йәниҫәп алыусыларҙың береһе
Автор:
Ильсияр Махатова
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин