Йәнтөйәк
-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
6 Ноябрь 2021, 16:45

Йәниҫәптә ҙур ғаиләнең дүрт быуыны ҡатнашты

“Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылыбыҙҙың өлгөлө, тырыш ғаиләләре менән ихлас аралаштым”, ти Упҡанкүлдән Гөлсәсәк Шәймөхәмәтова

Йәниҫәптә ҙур ғаиләнең дүрт быуыны ҡатнашты
Йәниҫәптә ҙур ғаиләнең дүрт быуыны ҡатнашты

— Эшем тамамланыуға табан бара. Ете ауыл буйынса үтергә тейеш 852 кешене теркәп бөттөм тиерлек. Бөгөн ауылыбыҙҙың уңған, өлгөлө ғаиләләренең береһе, күршеләребеҙ Кәбировтарҙан мәғлүмәт алдым. Фәнәүи Вәлим улы менән Вәсимә Әдғәм ҡыҙының бергә йәшәүҙәренә 45 йыл тулған, ғүмерҙәре тырыш хеҙмәттә үтте. Икеһе лә колхозда эшләне. Үҙҙәре кеүек уңған биш бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Өсөһө ауылда йәшәй, шулай уҡ ауыл хужалығында хеҙмәт һалалар. Бөгөнгө иҫәп алыуҙа ҙур ғаиләнең дүрт быуыны ҡатнашты. Ата-әсәһе өйөнә ҡыҙҙары Ләйсән, Гөлнара, улдары Фидан, ейәнсәрҙәре Розалина, Ирина, бүләләре Даниил  йыйылды. Кәбировтар һорауҙарға ихлас күңелдән яуап бирҙе. Халыҡ иҫәбен алыу ваҡытында ауылыбыҙҙың яҡшы күңелле, эшсән ғаиләләре менән ихлас аралаштым, — ти Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы.

Илһөйәр Махатова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: