- Аяғында йөрөгәндә хөрмәтле ветераныбыҙ Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы бер һайлауҙы ла ҡалдырманы, үҙе килеп һайланы. Әлеге халыҡ иҫәбен алыуҙа ла ул ситтән ҡалманы. Беҙ уны сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле, үҙенең теләге буйынса, өйөнә барып, һорауҙарға яуап алдыҡ. Ветераныбыҙ, аллаға шөкөр, әле хәлендә, кесе ҡыҙы Асия тәрбиәһендә. Киләсәктә лә уға иҫән-һау булып, ошо илебеҙ өсөн мөһим сараларҙа ҡатнашырға яҙһын ине, ғүмере оҙон булһын ине, тигән теләктәбеҙ, — тине Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы Шәймөхәмәтова.
Әйткәндәй, Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы Шәймөхәмәтова халыҡ иҫәбен алыуҙа беренселәй генә ҡатнашһа ла, оҙаҡ йылдар һайлауҙарҙа үҙ вазифаһын яуаплы башҡара. Ауыл биләмәһе буйынса барлыҡ һорауҙарҙы ла яҡшы белә.
Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы Яубүләк ауыл биләмәһе буйынса Солтанай, Упҡанкүл, Яңы Ҡарткиҫәк, Ҡушкүл, Ҡаракүл, Королев ауылдары буйынса халыҡ иҫәбен алырға тейеш. Был 830-ҙан ашыу кеше тигән һүҙ. Әлегә Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы уларҙың 760-тан артығын уҙған да инде.
Илһөйәр Махатова.