Йәнтөйәк
-4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
2 Ноябрь 2021, 08:15

Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана

«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ғаиләбеҙ менән ихлас ҡатнаштыҡ. Ете айлыҡ Рәсилә ҡыҙыбыҙҙы ла рәсми тарихҡа яҙҙыҡ. Башҡорт булыуыбыҙ менән ғорурланабыҙ!» - ти Асҡын ауылында йәшәүсе Сирень Ринат ҡыҙы Ғәлләмова. #БөтәРәсәйхалыҡиҫәбеналыу2020#ВПН2020#Асҡынрайоны#иҫәптәләһандалабулайыҡ

Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана
Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана

«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу — милләтебеҙҙең бөгөнгө торошо тураһындағы мәғлүмәттәрҙе рәсми тарихҡа яҙып ҡалдыра торған мөһим сара. Халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре тотош ил һәм айырым төбәктәрҙең артабанғы үҫеш юлдарын билдәләй. Был мөһим сараның әһәмиәтен райондаштарыбыҙ аңлап, ихлас ҡатнаша, - ти иҫәп алыусы Нәфисә Карамова. - Шундай рухлы, илһөйәр, телһөйәр балалар тәрбиәләгән ғаиләләр менән танышып йөрөүемә сикһеҙ ҡыуанам. Мәҫәлән, бөгөн Сирень һәм Руслан Ғәлләмовтар менән аралашыу күңелдә йылы тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Асыҡ сырайлы, тормошҡа ыңғай ҡарашлы, булдыҡлы ата-әсәнең балалары ла үҙҙәре һымаҡ алсаҡ, итәғәтле, рухлы. Уларҙың ғорурлыҡ менән туған телдәре, милләте тураһында һөйләүе минең дә күңелдә ғорурлыҡ хистәре уятты".

”Мин үҙем Ейәнсура районы Сәғит ауылынанмын, Үҫәргән ырыуы вәкилемен. Асҡын ауылы минең өсөн икенсе тыуған ергә әйләнде. Тормош иптәшем Руслан Рәмил улы менән өс бала үҫтерәбеҙ. Ильяс улыбыҙға – 14, Рәмилә ҡыҙыбыҙға 9 йәш, ә Рәсилә ҡыҙыбыҙға ете ай була. Барыбыҙ ҙа бөгөн ғорурлыҡ менән башҡорт милләтенән булыуыбыҙҙы йәниҫәпкә яҙҙыҡ. Мәктәптә балаларыбыҙ башҡорт телен өйрәнә, башҡортса шиғырҙар ятлай, йырҙар йырлай, беҙ быға бик шатбыҙ. Милләтебеҙ ишәйһен, балаларыбыҙ туған телен онотмаһын, илебеҙ, республикабыҙ һәм районыбыҙ артабан да үҫһен, нығынһын, имен булһын!” - ти Сирень Ринат ҡыҙы.

Наилә Имаева.

 

Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана
Туған телгә һөйөү ғаиләнән башлана
Читайте нас: