Йәнтөйәк
+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
1 Ноябрь 2021, 12:25

Йәштәр ҙә ҙур яуаплылыҡ менән ҡатнаша

“Йәш ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөндөрә”, - ти Асҡын ауылында йән иҫәбен алыусы Нәфисә Карамова. #БөтәРәсәйхалыҡиҫәбеналыу2020#ВПН2020 #Асҡынрайоны#иҫәптәләһандалабулайыҡ

Йәштәр ҙә ҙур яуаплылыҡ менән ҡатнаша
Йәштәр ҙә ҙур яуаплылыҡ менән ҡатнаша

 

Билдәле булыуынса, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Асҡындар ҙа йән иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнаша.Теләгәндәр район үҙәгендәге стационар участкаға мөрәжәғәт итә йәки иҫәп алыусыны өйҙә көтә. “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша ҡатнашҡандар ҙа бар.

Иҫәп алыусы Нәфисә Карамова бындай мөһим сарала икенсе тапҡыр ҡатнаша һәм үҙ бурысына бик етди ҡарай. Асҡын ауылында уға 186 йортта булып, йән иҫәбен алырға кәрәк. Бөгөнгә ул 128 йортта йәшәүселәр менән һөйләшкән.

«Йәниҫәп ваҡытында төрлө кешеләр менән аралашырға тура килде: күптәр тыштан уҡ әйҙүкләп, яҡты йөҙ менән ҡаршы алып, һорауҙарға ихлас яуап бирҙе, сараға битарафлыҡ күрһәткәндәр ҙә осраны. Минең участкала яңы йорттар һалып сығып, балалар үҫтергән һәм гөрләтеп донъя көткән йәш ғаиләләрҙең күп булыуы һөйөндөрҙө. Бындай ғаиләләрҙә балалар ҙа иҫәп алыуҙың әһәмиәтен аңлай, мине танып, ҡаршы ала һәм ата-әсәләре яуап биргәнде иғтибар менән тыңлап, күҙәтеп ултыра. Шундай ҡунаҡсыл, әүҙем йәш ғаиләләрҙең береһе – Эльза һәм Винер Ғилуановтар”, - тип маҡтап телгә алды был ғаиләне Нәфисә Ғыймаҙый ҡыҙы.

Эльза һәм Винер Ғилуановтарҙың ғаилә ҡороуына 12 йыл тулған. 2014 йылда ҙур яңы йорт һалып сығалар. Ғаилә башлығы вахта ысулы менән ситкә йөрөп эшләй, ә ҡунаҡсыл хужабикә йорт мәшәҡәттәре һәм балалар тәрбиәләү менән мәшғүл. Әйткәндәй, ата-әсә һөйөүенә һәм наҙына күмелеп, ике бала буй еткерә. Виленаға – 11, Айнурға 9 йәш.”Беҙ был йортта әле беренсе тапҡыр иҫәп алыуҙа ҡатнашабыҙ, шуға күрә ғаиләбеҙ тарихына инәсәк сараға яуаплы ҡарайбыҙ. Балаларыбыҙ ҙа ҡыҙыҡһынып, ҡарап торҙо. Күберәк рус телендә аралашһаҡ та, башҡорт телен беләләр, мәктәптә өйрәнәләр. Балаларыбыҙҙың киләсәге яҡты, ышаныслы булһын. Әлегә матур итеп йәшәр өсөн барыһы ла бар: газ-һыу ингән, юл һалынған. Ил-көндәр генә тыныс булһын!” - тип теләй әсә кеше.

Мәғлүм булыуынса, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябрҙә тамамлана. Йәниҫәптә ҡатнашыу ирекле, әммә мөһим. Аҙаҡ иҫәп алыу һөҙөмтәләренә таянып, илдең үҫешенә булышлыҡ итәсәк программалар төҙөләсәк.
Шуға күрә, әйҙәгеҙ, иҫәптә лә, һанда ла булайыҡ, дуҫтар! Үҙебеҙҙең милләтбеҙҙе лә, туған телебеҙҙе лә тарихҡа яҙып ҡуяйыҡ”, - ти Нәфисә Карамова.

Наилә Имаева.

Йәштәр ҙә ҙур яуаплылыҡ менән ҡатнаша
Йәштәр ҙә ҙур яуаплылыҡ менән ҡатнаша
Читайте нас: