Йәнтөйәк
-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
30 Октябрь 2021, 09:00

Тамырҙарыңды белеү – үҙе ҙур бәхет

#БөтәРәсәйхалыҡиҫәбеналыу2020#Иҫәптәләһандалабар#ВПН2020#Асҡынрайоны

Тамырҙарыңды белеү – үҙе ҙур бәхет
Тамырҙарыңды белеү – үҙе ҙур бәхет

“Бөгөнгө көндө аңлау һәм киләсәккә өмөт менән ҡарау өсөн — беҙ һәр ваҡыт үткән замандарҙа тупланған тәжрибәгә таянабыҙ, шанлы тарихыбыҙ менән илһамланабыҙ һәм үҙебеҙҙең Башҡортостан еренән рухи көс алабыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шик-шөбһәле заман килде. Ҡайһы саҡ кемдең ҡәрҙәш, кемдең көндәш икәнлеген дә айырып булмай. Икеләнеп, шөбһәләнеп йәшәү тормоштоң йәмен кәметә, хозурлығын юғалта, йән тыныслығын урлай. Икеләнмәҫ, үҙеңдең кем икәнлегеңде белер өсөн архив материалдарын, нәҫел тамырҙарын өйрәнергә, шәжәрәләр төҙөргә кәрәк. Беҙ бит ғорур халыҡ. Быуаттар буйы исемен-есемен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, биләгән ерен һаҡлаған дәүләтле мосолман халҡы беҙ. Беҙҙең тамырҙарыбыҙға балта менән сабырға тырышһалар ҙа, беҙ көслө торабыҙ. Тамырҙарыбыҙ менән көслө беҙ, шуның менән бәхетле лә беҙ. Ҡайһы саҡ тамырҙарҙы белеү генә етмәй. Үлгән ағастың да тамыры бар. Ул иҫән саҡта уны нығытыу кәрәк. Бөгөн бының өсөн уңайлы шарттар етерлек тыуҙырыла: китаптар яҙыла, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә, Шәжәрә байрамдары ойошторола... Тик  барыһы ла кешенең үҙенән тора: әүҙем булырға, битарафлыҡтан арынырға, уҡырға, өйрәнергә, белгәндәребеҙҙе йәш быуынға еткерергә кәрәк.
Яңы башланған халыҡ иҫәбен алыуҙа ла әүҙемлек күрһәтәйек. Беҙҙең өсөн һайлау юҡ: беҙ — башҡорттар. Милләтте һайлау — ул ата-әсәңде һайлауға тиң. Беҙгә ҡарап, ана ниндәй икән ул ысын башҡорт, тиһендәр: ышаныслы, тоғро, әхлаҡлы, тура һүҙле, ярҙамсыл, ҡыйыу, илһөйәр, телһөйәр... Тамырҙарыбыҙға ныҡ тотонайыҡ, милләттәштәр!” — тип мөрәжәғәт итте Альберт Исмаил Ырыуҙар ҡоронда ҡатнашыусыларға һәм үҙенең фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе.

Наилә Имаева.

Тамырҙарыңды белеү – үҙе ҙур бәхет
Тамырҙарыңды белеү – үҙе ҙур бәхет
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: