Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
25 Октябрь 2021, 09:18

Шәжәрәңде барла

Кисә Балтас район Мәҙәниәт һарайында Нефтекама дәүләт филармонияһы артистары Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға бағышланған "Шәжәрәңде барла" тип аталған концерт программаһы менән сығыш яһаны.

Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла

Бай йөкмәткеле сағыу программала филармонияның солистары һәм "Түңгәүер" бейеү ансамбле үҙҙәренең иң дәртле бейеүҙәрен Балтас халҡына бүләк итте. Тамашасылар артистарҙы бик йылы һәм ихлас ҡабул итте. Шулай уҡ Туймазы ҡалаһындағы Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең баш белгесе Альберт Исмаил һәм Балтас районы башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты рәйесе Гөлфиә Шәисламова сығыш яһаны. Сара аҙағында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар буйынса урынбаҫары Инзилә Әдип ҡыҙы Ғәсимйәнова
артистарға рәхмәт һүҙе еткереп, һаулыҡ, ижади уңыштар теләне.


Гөлназ Ғәлләмова.

Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Шәжәрәңде барла
Автор:
Читайте нас: