Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
23 Октябрь 2021, 13:00

Ҙур һәм яуаплы эш

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 14 ноябргә ҡәҙәр дауам итәсәк. Ул Рәсәйҙә 10 йылға бер ҡабат үткәрелә. Һуңғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 2010 йылда булғайны. Сираттағыһы 2020 йылда уҙҙырылырға тейеш ине, ләкин коронавирус инфекцияһы пандемияһы арҡаһында уны ағымдағы йылдың октябренә күсерҙеләр. #ПереписьНаселения2020 #ВПН2020 #ВПН2020Башкортостан #иҫәптәләһандалабулайыҡ  

Ҙур һәм яуаплы эш
Ҙур һәм яуаплы эш


Әлеге ваҡытта районда һәр участкала махсус уҡытылған 53 иҫәп алыусы эшләй. Улар бөтә адрестарҙы һәм өй хужалыҡтарын йөрөп сығырға тейеш. Урғыш ауыл Советы ауыл биләмәһендә ике иҫәп алыусы һайланған. Шуларҙың береһе — Роза Миңләхмәтова (һүрәттә).
Роза Фоат ҡыҙы Үреш-Битулла ауылында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Благовещен ҡалаһында бухгалтер һөнәрен үҙләштереп, тыуған яғына эшкә ҡайта.
1999 йылдан алып Сөләймән ауылында йәшәй. Тормош иптәше Ҡорбанғәле Ғайнан улы менән 21 йыл татыу ғүмер итәләр. Миңләхмәтовтар матур йорт һалып сыҡкан, өс ул тәрбиәләй. Улар бик тырыш ғаилә. Күпләп мал аҫрайҙар, ҡош-ҡорт үрсетәләр. Роза Фоат ҡыҙы ете йыл Урғыш почта бүлегендә почтальон булып эшләй. Әҙәпле, асыҡ күңелле булғаны өсөн ауылдаштары үҙен хөрмәт итә. Шуға ла халыҡ уның иҫәп алыу эшендә лә һынатмауына ышаныс белдергән.
— Эш башланғансы район үҙәгендә уҡып ҡайттым. Минең участкала 558 кеше. Барлыҡ хужалыҡтарҙа йөрөп сығырға тейешмен. Үҙем менән таныҡлыҡ, “Росстат” яҙыуы менән зәңгәр төҫтә сумка-портфель йөрөтәм, зәңгәр-ҡыҙыл төҫтәргә аҡ менән яҙылған брендлы шарф һәм яҡтылыҡ сағылдырыусы һыҙыҡлы һәм иҫәп алыу логотибы менән аҡһыл зәңгәр жилет кейеп йөрөйөм. Планшетым бар, Роспотребнадзор тарафынан кәңәш ителгән һаҡланыу сараларын үтәйем. Ауыл халҡы иҫәп алыуҙың мөһимлеген яҡшы аңлай, шуға ла был үтә лә яуаплы эште ваҡытында тамамларыма ышанам, — тип һөйләне Роза Фоат ҡыҙы.

Авторы Люция Карамова.

Ҙур һәм яуаплы эш
Ҙур һәм яуаплы эш
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас: