Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
21 Октябрь 2021, 16:30

“Йәнтөйәк”тең дуҫтарын осраттыҡ

Журналистар Урғыш почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә гәзиткә яҙылыу кампанияһын ойошторҙо.  Ошо уңайҙан Урғыш ауылында йәшәгән гәзит уҡыусыларыбыҙ менән осраштыҡ.

“Йәнтөйәк”тең  дуҫтарын осраттыҡ
“Йәнтөйәк”тең дуҫтарын осраттыҡ

Урғыш почта бүлегенә Надежда Лепихина етәкселек итә. Якташтарына гәзит-журналдарҙы почтальондар Вера Мохнаткина, Ираида Плотникова, Роза Миңләхмәтова тарата. Урындағы почтальондар бик тырыш, һәр кем үҙ бурысына үтә яуаплы ҡарай. Улар гәзит уҡыусыларҙы ташламалы хаҡҡа яҙҙырыу өсөн әүҙем эш алып бара. Яҡшы эшләгәндәре һәм башҡарыусан булғандары өсөн почта хеҙмәткәрҙәре исеменә йылы һүҙҙәр ишетеүе күңелгә рәхәт булды.

Был ауылда ла “районка”ның һәм район-ара милли баҫмабыҙ «Йәнтөйәк» тең яҡын дустары табылды.

Коронавирус инфекцияһы менән хәл киҫкен торһа ла, Урғыш почта бүлеге хеҙмәткәрҙәре тираж планын үтәү буйынса әүҙем шөғөлләнә.

Люция Карамова.

“Йәнтөйәк”тең  дуҫтарын осраттыҡ
“Йәнтөйәк”тең дуҫтарын осраттыҡ
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас: