Бөтә яңылыҡтар
Халыҡ иҫәбен алыу
19 Октябрь 2021, 21:10

Халыҡ ихлас яуап бирә

Ралиф Муллаянов Солтанбәк, Сураш, Кәмәшиҙе ауылдарында иҫәп ала. #ВПН2020#БөтәРәсәйхалыҡиҫәбеналыу2020 #иҫәптәләһандалабулайыҡ#Асҡынрайоны  

Халыҡ ихлас яуап бирә
Халыҡ ихлас яуап бирә

Кисә, 18 ноябрҙә, иҫәп алыусылар адрестар буйлап йөрөй башланы. Һәр өйҙә һорауҙарға яуап алыу маҡсаты ҡуйылған. Шул уҡ ваҡытта стационар участкалар ҙа эшләй. 8 ноябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ла халыҡ иҫәбен алыуҙа ҡатнашырға мөмкин. Программала 33 һорау. Анкетала исем-шәриф, тыуған йыл, йәшәү урыны тураһында мәғлүмәт, ғаилә ағзалары һанын белешеүҙән тыш, килем, йорт-хужалыҡ һәм тормош шарттарына ҡағылышлы һорауҙар тупланған.

Ралиф Муллаянов Солтанбәк, Сураш, Кәмәшиҙе ауылдарында халыҡ иҫәбен ала. Ике көн эсендә ул 64 кешене яҙып өлгөргән. Уға барлығы 227 йортта булып, кеше иҫәбен алырға кәрәк.

- Халыҡ йылы ҡабул итә, ихлас яуап бирә. Күпселек был сара тураһында ишетеп, ҡаршы алып уҡ тора. Һорашҡанда барыһы ла хужаларҙың һүҙҙәренә ҡарап яҙыла, мәғлүмәтте планшетҡа теркәй барам, - ти Ралиф Хәниб улы.

Хәтергә төшөрәбеҙ, 15 октябрҙә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу башланды. Ул 14 ноябргә тиклем дауам итәсәк.
Наилә Имаева.

 

#ПереписьНаселения2020#ВПН2020#ВПН2020Башкортостан#иҫәптәләһандалабулайыҡ #Асҡынрайоны

 

 

Халыҡ ихлас яуап бирә
Халыҡ ихлас яуап бирә
Читайте нас: