Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
7 Октябрь 2021, 11:30

Ун көнлөк әүҙем һәм һөҙөмтәле бара

Әлеге ваҡытта киләһе 2022 йылға бөтә гәзит-журналдарға, ошо иҫәптән “Йәнтөйәк”кә лә ташламалы хаҡҡа яҙылыу кампанияһы бара. Ун көнлөк сиктәрендә  Ҡариҙел мәғлүмәт үҙәге журналистары Комсомол ауылы халҡы менән осрашты.

Ун көнлөк әүҙем һәм һөҙөмтәле бараУн көнлөк әүҙем һәм һөҙөмтәле бара
Ун көнлөк әүҙем һәм һөҙөмтәле бара

Ошо көндәрҙә Комсомол почта бүлексәһендә Матбуғатҡа яҙылыусы көнө ойошторолдо. Бында етәксе Фәнисә Булычева менән почтальон Рита Ибраһимова эшләй.

  • Быйыл Комсомол ауылы кешеләре “районка”ға, “Йәнтөйәк” район-ара гәзитенә әүҙем яҙылды, киләһе йылда ла ошо баҫмаларҙы алдырыусылар һаны кәмемәҫ, тип уйлайым. Ауылдаштарыбыҙға матбуғат кампанияһы тураһында даими һөйләп торабыҙ, — тип һөйләй Фәнисә Дәүләтйән ҡыҙы.

Почтальон Рита Ибраһимова  матбуғат продукцияһы менән бер рәттән адресаттарға кер йыуыу порошогы, сәй, кәнфиттәр, консервалар һәм башҡа тауарҙар алып килә. Коронавирус сире ваҡытында, шулай уҡ магазинға бара алмаған оло йәштәгеләр өсөн был ҙур ярҙам. Улар почтальонды көтөп тора.

Люция Карамова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас