Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
5 Октябрь 2021, 04:40

Тырыш, әүҙем уҡытыусы

Яңы Бәрҙәш мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы Диләрә Суфиярова 2018 йылда «Йыл уҡытыусыһы» конкурсында ҡатнашып, «Йөрәгемде балаларға бирәм» номинацияһында еңеүсе булды.

Тырыш, әүҙем уҡытыусыТырыш, әүҙем уҡытыусы
Тырыш, әүҙем уҡытыусы

Диләрә Әхмәтхан ҡыҙы 1992 йылда  Яңы Бәрҙәш мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай, ә 2007 йылдан ул - башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Эш дәүерендә коллективта әүҙемлеге, тырышлығы менән айырылып тора. Уҡыусыларында башҡорт теленә һөйөү уята. Уҡытыусының дәрестәре бик ҡыҙыҡлы үтә, төрлө мауыҡтырғыс уйындар, йыһаздар ҡулланып эшләй. Уҡыусылар менән берлектә эҙләнеү эштәре алып баралар. Беренсе категориялы белгес бихисап  Рәхмәт хаттарына, диплом, Почет грамоталарына лайыҡ булды.

 Диләрә Әхмәтхан ҡыҙының тормош девизы: «Һәр саҡ алға барырға, тағы ла юғарыраҡ бейеклектәр яуларға!» Көслө рухлы уҡытыусыны Уҡытыусылар көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм эшендә тағы ла яңынан-яңы уңыштарға ирешеүен теләйбеҙ.

Люция Карамова.

Тырыш, әүҙем уҡытыусы
Тырыш, әүҙем уҡытыусы
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас