Йәнтөйәк
+30 °С
Облачно
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
3 Октября 2021, 12:15

Сауаплы эш башҡарҙылар

Солтанай ауылында “Сажидинур” мәсете асылыуға биш йыл тулыуға һәм ауыл халҡы именлегенә арнап, ҡайғы-хәсрәттәр урап үтһен, башҡаса ҡабатланмаһын, тигән теләктә ҡорбанлыҡ салдылар.

Сауаплы эш башҡарҙыларСауаплы эш башҡарҙылар
Сауаплы эш башҡарҙылар

Был изге эште әүҙем ағинәй, хаҡлы ялдағы һаулыҡ һаҡлау ветераны Фәниә  Суфиянова  менән Эльмира Сафиуллина башлап ебәрә һәм ойоштора. Ауыл ҡатын-ҡыҙҙары уларҙың изге уйын күтәреп ала. Сара үтер алдынан ойоштороусылар һәм Рәйсә Сәләхетдинова, Заһидә Фәтхетдинова, Эльза Йосопова, Сөғдә Гәрәева, Фәзилә Хәбибуллина, Фидания Шәйхетдинова, Гөлгөнә Әбдрәхимова мәсет эсен йыйыштырып, йыуып сыға.

Йома көндө  Венер хәҙрәт Әбдрәхимов ҡорбанлыҡты салып, әҙерләп ҡуя. Шимбә көн иртән  Рәйсә Сәләхетдинова өйөндә аш бешерә, мәсеттә ҡатын-ҡыҙҙар Земфира Хәлитова, Заһидә Фәтхетдинова, Гөлсинә Мирзина һәм башҡалар бай өҫтәл табыны әҙерләй.

Венер хәҙрәт ауыл халҡы именлегенә, донъялар тыныс булһын, ауыл халҡы иманға тартылһын тип, Ҡөрьән аяттары уҡый, вәғәздәр һөйләй. Һуңынан барыһы ла туҡмаслы аштан, тәмле ризыҡтарҙан ауыҙ итә. Был изге эште башҡарыусылар ҙа, ҡөрьән ашына килеүселәр ҙә  ил-көнгә именлек, күңелдәргә тыныслыҡ теләп доға ҡыла.

Бына шундай изге эштәр ауылдарыбыҙҙа йышыраҡ үтеп торһон ине.

Илһөйәр Махатова.

Рәйсә Сәләхетдинова фотолары.

Сауаплы эш башҡарҙылар
Сауаплы эш башҡарҙылар
Сауаплы эш башҡарҙылар
Сауаплы эш башҡарҙылар
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас