

Римма Тимерғәзе ҡыҙы Өфөлә тыуып-үҫкән. Тусыбай ауылы егете Мәғдән Әхтәмовҡа кейәүгә сыға, ҡыҙҙары Әлфиәне үҫтергәндәр. 2010 йылда Әхтәмовтар Тусыбайға ҡайтып төпләнә. Мәғдән хәҙрәт бирелә мәсет төҙөй, изге эшкә, дин юлына яҡташтарын да йәлеп итә.
Римма Тимерғәзе ҡыҙы иһә ауыл тормошона тиҙ өйрәнә, матурлыҡ яратыусы күңелен һалып ижадҡа тотона. Ейәненә бүләккә тип беренсе ҡурсағын эшләй. Шунан башлана ла инде: хәҙер уның коллекцияһында ниндәй генә ҡурсаҡтар юҡ! Римма апай иҫ киткес бай фантазияға эйә рәссам, оҫта тегеүсе, бәйләм энәләре ҡулдарында уйнап ҡына тора. Ҡурсаҡтарҙан тыш, папье-маше алымы менән, туҡыманан, ҡыҙыл балсыҡтан, фарфорҙан эшләгән әйберҙәр, сигелгән картиналар, вазалар, шкатулкалар, төрлө композициялар, бәйләнгән әйберҙәр биҙәй оҫтаның коллекцияһын.
Әле көҙөн Римма апай үҙенә бына тигән кардиган бәйләп кейгән. Ғөмүмән, ул тәбиғи материалдарҙан үҙ ҡулдары менән тегелгән кейемдәргә өҫтөнлөк бирә. Ул матур йырлай ҙа. Өфөлә йәшәгәндә уҡытыусы булып эшләгән, офицерҙар йортонда ҡул эштәре түңәрәген етәкләгән. Мәғдән хәҙрәт иһә оҫта төҙөүсе. Улар икәүләп ауылда дини йолаларҙы үтәүгә, Аллах йортон төҙөк һәм матур тотоуға күп көс һалып, ауылдаштарына кәрәк һәм ҡайғылы саҡта терәк булып йәшәй.
Гөлнара Шәймөхәмәтова.