

Тантаналы сарала Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин, Башҡортостан Республикаһының сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министры урынбаҫары Урал Нәсибуллин, “Уральский лес” йәмғиәте директоры Ноғман Тасмуханов, Яугилде ауыл биләмәһе башлығы Илшат Сөләймәнов, күрше райондарҙан мосолман ойошмалары етәкселәре ҡатнашты.
Аҡһаҡалдар һөйләгәндәрҙән, ауылда ике мәсет булған, шуларҙың береһендә Нурлығаян Ҡотлоҡәләм улы Ҡәләмов мулла булған. Дуҫлыҡ урамында, элекке мәсеткә яҡын, уның улы Рәлиф Нурлығаян улы Ҡәләмовтың башланғысы буйынса туғандары, ауылдаштары ярҙамында яңы мәсет һалынды.
Люция Карамова.
Ҡариҙел районы.