Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
19 Сентябрь 2021, 08:35

Ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне

Упҡанкүл ауылында йәшәүсе хөрмәтле Бөйөк Ватан һуғышы ветераны — йыл башында 95 йәшен тултырған Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы Әхмәтзакиров та һайлауҙа ҡатнашып, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне. 915-се участка һайлау комиссияһы ағзалары уны өйөнә барып һайлатты.

Ветеран гражданлыҡ бурысын үтәнеВетеран гражданлыҡ бурысын үтәне
Ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне

— Аяғында йөрөгәндә хөрмәтле ветераныбыҙ Мөхәмәтзыя Әхмәтзакир улы бер һайлауҙы ла ҡалдырманы, үҙе килеп һайланы. Бына бер нисә йыл инде сәләмәтлеге ҡаҡшау сәбәпле өйөнә барып һайлатабыҙ. Был юлы ла ҡасан килеребеҙҙе шылтыратып әйткәс, ул түҙемһеҙлек менән көтөп торған. Ветераныбыҙ, аллаға шөкөр, әле хәлендә, кесе ҡыҙы Асия тәрбиәһендә. Киләсәктә лә уға иҫән-һау булып, ошо илебеҙ өсөн мөһим сарала ҡатнашырға яҙһын, — тине һайлау комиссияһы рәйесе Гөлсәсәк Фәнүз ҡыҙы Шәймөхәмәтова.

Илһөйәр Махатова.

Ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне
Ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне
Ветеран гражданлыҡ бурысын үтәне
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас