

Алһыу Благовещен педагогия колледжын быйыл тамамлап, Яр Саллы ҡалаһында балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып хеҙмәт юлын башлаған. Рәзил әлегә тиклем Өфөлә эшләгән. Йәштәр ошо көндәрҙә туйҙарын үткәрергә тыуған ауылдарына ҡайтҡан. Мәшәҡәтле туй көндәренә ҡарамаҫтан, улар үҙҙәренең гражданлыҡ бурысына ла яуаплы ҡараған. Алһыу һайлауҙарҙың мөһим ваҡиға икәнлеген яҡшы белә. Сөнки әсәһе Светлана Фәнәүи ҡыҙы оҙаҡ йылдар һайлау участка комиссияһы ағзаһы вазифаһын башҡара.
Алһыу менән Рәзилде иҫтәлекле көндәре менән тәбрик итеп, бәхетле ғүмер, һүнмәҫ мөхәббәт һәм имен тормош теләйбеҙ!
Илһөйәр Махатова.