Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
18 Сентябрь 2021, 08:05

“Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти ҡаракүлдәр

Солтанайҙа урынлашҡан 914-се һайлау участкаһына бәләкәй ауылдар — Ҡаракүл һәм Ҡушкүл һайлаусылары ла инә. Бирелә башлыса өлкән быуын кешеләре йәшәй. Улар бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаны юҡ. Был тауыш биреүгә лә улар тәүгеләрҙән булып килде.

“Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти ҡаракүлдәр“Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти ҡаракүлдәр
“Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти ҡаракүлдәр

— Ололарға хас яуаплылыҡ менән көндөң ямғырлы тороуына ла ҡарамаҫтан, Ҡаракүл һәм Ҡушкүл халҡы һайлауға әүҙем килә. Улар һайлауҙың мөһим сара икәнен яҡшы аңлай. Үҙ техникалары булғандар күршеләрен ултыртып алып бара. Ике ауылдан барлығы 25 кеше тауыш бирә. Әлеге ваҡытта ике-өс кеше генә килеп етмәне. Бөгөн сәләмәтлеге буйынса килә алмаған өс кешене барып һайлатабыҙ, — тип һөйләне участка һайлау комиссияһы рәйесе Реваль Әхмәтйәнов.

Илһөйәр Махатова.

“Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти ҡаракүлдәр
“Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти ҡаракүлдәр
“Бер һайлауҙан да ҡалғаныбыҙ юҡ”, — ти ҡаракүлдәр
Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас