

— Исемлек буйынса — 192 һайлаусы. Уларҙың бишеһе тәүге тапҡыр һайлай. Сәләмәтлеге буйынса килә алмағандарҙы, оло йәштәгеләрҙе һаҡланыу сараларын ҡулланып, өйҙәренә барып һайлатабыҙ. Әлегә ундайҙарҙан ғариза биреүселәр — 9 кеше. Һайлауҙың беренсе көнө генә булыуға ҡарамаҫтан, халыҡ башҡа йылдарға ҡарағанда сағыштырмаса әүҙемерәк килә. Барлыҡ санитар нормалар ҙа үтәлә. Һайлауҙа тауыш биреү законға ярашлы башҡарылыуын төрлө партияларҙан дүрт күҙәтеүсе күҙәтә, — тип һөйләне участка һайлау комиссияһы рәйесе Реваль Ғәтиәт улы.
Илһөйәр Махатова.