

Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм эске сәйәсәт буйынса урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фәйрүзә Юнысова, Балыҡсы ырыуының ҡор башы, тыуған яҡты өйрәнеүсе мәғариф ветераны Наил Хәйруллин, «Йәнтөйәк» район-ара гәзите баш мөхәррире Наилә Имаева, район клуб-китапхана системаһының ойоштороу-методик бүлеге баш методисы Гөлзифа Мөхәмәтдинова, район ата-әсәләр комитеты рәйесе Инзилә Ғәлиева, Асҡын тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы етәксеһе Әнзирә Ноғоманова, район мәғариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы Мөнзилә Әхмәтова, башҡорт теле уҡытыусылары Эльвира Лотфуллина һәм Ләйсән Ғәйнелйәнова ҡатнашты.
Конференцияла Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә бөгөнгә эшләнгән эштәргә һөҙөмтә яһалды, артабан был йүнәлештә башҡараһы эштәр буйынса кәңәштәр еткерелде, аныҡ тәҡдимдәр әйтелде, етешһеҙлектәр аталып, улар өҫтөндә эшләргә ҡушылды.
Федераль дәүләт статистика хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы (Башҡортостанстат) етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин 15 октябрҙән 14 ноябргә тиклем уҙасаҡ мөһим сара – Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы тураһында һөйләне.
“Был мөһим сара барышында кешеләрҙең ниндәй телдәрҙе белеүе хаҡында ғына түгел, уларҙы көндәлек тормошта нисек ҡулланыуы хаҡында ла һорауҙар буласаҡ”, - тине Рөстәм Шакирйән улы. - Йәниҫәп битендә үтә лә мөһим һорауҙарҙың береһе – туған тел хаҡында. «Һеҙҙең туған телегеҙ?» тигән һорау12-се урында тора. Уға яуап биргәндә, ниндәй кимәлдә белеүегеҙгә, ҡулланыу даирәһенә ҡарамаҫтан, туған телегеҙ тип һанаған телде атарға хоҡуҡлыһығыҙ. Баланың туған телен уның ата-әсәһе күрһәтә. Шулай итеп, һеҙ туған тел тип һанаған телде белеүегеҙ һәм уны ни кимәлдә әүҙем ҡулланыуығыҙ хаҡындағы әһәмиәтле яуаптар йәниҫәп йомғаҡтарында сағыласаҡ, икенсе төрлө әйтһәк, тарихта ҡаласаҡ. Был мәғлүмәттәр белем биреү программаларының һөҙөмтәлеген баһаларға, милли мәктәптәргә ихтыяжды билдәләргә, шулай уҡ мәҙәни башланғыстарҙы үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен асыҡларға ярҙам итәсәк.
Йәниҫәп битендә шулай уҡ милләт хаҡында ла һорау бар.14-се урында торған һорау, ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бөтәһенә лә, шул иҫәптән балаларға ла, ҡағыла».
Онлайн-конференцияла мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләләре, Башҡорт Википедияһында эшләү, вики-проекттарҙа ҡатнашыу, «Айыҡ ауыл −2021» республика конкурсы башланыуы хаҡында ла ентекле һөйләшеү алып барылды.
Наилә Имаева.