Йәнтөйәк
+30 °С
Болотло
Антитеррор
Халыҡ иҫәбен алыу
27 Август 2021, 06:10

Мөһим эшкә яуаплы ҡарай

Ағымдағы йылдың 1 авгусынан 30-ына тиклем ауыл хужалығы иҫәбен алыу уҙғарыла. Һуңғы йылдарҙа аграр тармаҡта ҙур үҙгәрештәр бара. Улар тәү сиратта тәбиғәт-климат, финанс-иҡтисади шарттар, хеҙмәт ресурстарының миграцияһы менән бәйле. Иҫәп алыусылар бер ай дауамында граждандарҙың ер участкалары, баҫыу майҙансыҡтары, ауыл хужалығы малдары тураһында мәғлүмәт туплай. Асҡын районында ауыл хужалығы иҫәбен алыуға 27 кеше, дүрт инструктор йәлеп ителде. Асҡын районы Ҡарткиҫәк ауылынан Әнүзә Адыева — ауыл хужалығы иҫәбен алыусыларҙың береһе.Әнүзә Нәби ҡыҙы Ҡарткиҫәк ауыл биләмәһе ауыл Советында 30 йылдан артыҡ техник хеҙмәткәр булып эшләй. Ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа икенсе тапҡыр ҡатнаша, 2006 йылда ла был яуаплы вазифаны намыҫ менән башҡарған.

Мөһим эшкә яуаплы ҡарайМөһим эшкә яуаплы ҡарай
Мөһим эшкә яуаплы ҡарай

— Микроиҫәп алыу объекттарына ауыл хужалығы ойошмалары, крәҫтиән (фермер) хужалыҡтар, шәхси эшҡыуарҙар, граждандарҙың шәхси ярҙамсы һәм башҡа хужалыҡтары инә. Был сара «микро» тип аталһа ла, ундағы объекттар һаны, 2016 йылғы иҫәп алыу менән сағыштырғанда, 93 процент тәшкил итәсәк. Мәғлүмәттәр киләһе йылдарға ауыл хужалығы тауарҙарын иҫәпләү өсөн кәрәк. Уларҙы йыйыу тулыһынса электрон ҡорамалдар ярҙамында, йәғни атап әйткәндә, беҙҙең осраҡта планшетта башҡарыла. Анкеталар ҙур ғына, бер хужалыҡтан һорау алыуға кәмендә 20-25 минут талап ителә. Минең ҡарамаҡта ике ауыл — Иҫке Ҡарткиҫәк һәм Ҡуяштыр. Ҡарткиҫәктә — 258, Ҡуяштырҙа 142 өйҙө урап сығырға тейешмен. Халыҡ был эштең мөһимлеген аңлай, ихлас ҡаршы ала, һорауҙарға дөрөҫ яуаптар бирә. Башта мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәп барам да, кисен ҡайтҡас планшетҡа индерәм. Беҙгә махсус кейем бирелде — йәшел төҫтәге логотиплы жилет һәм бейсболка кейәбеҙ, кеҫәбеҙҙә таныҡлыҡ бар. Шуға халыҡ беҙҙе әллә ҡайҙан күреп, танып тора, — тип һөйләне Әнүзә Нәби ҡыҙы.
Кисен арып-талып ҡайтҡан Әнүзә Нәби ҡыҙын өйөндә ике ейәнсәре — Ленара һәм Алиса һағынып көтөп тора. Адыевтар улдары Иректең ғаиләһе менән бергә йәшәй. Әнүзә Нәби ҡыҙы тормош иптәше Мәүләүи Хөрмәт улы менән ике бала тәрбиәләп үҫтергән. Ҡыҙҙары Алия ғаиләһе менән Благоварҙа йәшәй.

Авторы: Илһөйәр Махатова.

Мөһим эшкә яуаплы ҡарай
Мөһим эшкә яуаплы ҡарай
Автор:Зимфира Нартдинова
Читайте нас