Улар араһында “Буйһондоролмаған Ленинград” күргәҙмәһе эргәһендә үткәрелгән бәхәс патриотик рухлы булыуы менән айырыуса әһәмиәтле ине.
81 йыл элек 1944 йылдың 27 ғинуарында Бөйөк Ватан һуғышының иң фажиғәле эпизоды тамамлана. Ленинград блокадаһы теүәл 872 көн дауам итә. 900 көнгә яҡын ауыртыуҙар һәм ғазаптар, батырлыҡ һәм фиҙаҡәрлек... Һәм, ниһайәт, 27 ғинуарҙа блокада ҡулсаһы өҙөлә. Донъя тарихында Ленинград 900 көнгә яҡын ҡамауҙа ҡалған берҙән-бер ҡала һанала.
Китап һөйөүсе балалар был көндө Индира Флүр ҡыҙы Нуриева тарафынан ойошторолған сарала ҡәһәрле һәм фажиғәле көндәрҙе яҡтыртҡан китаптар һәм һуңғы баҫмалар тураһында белде. Михаил Сухачевтың «Блокада балалары», Тамара Цинбергтың «Етенсе симфония”, Нисон Ходзаның «Йәшәү юлы» һ.б. китаптарҙың ҡыҫҡаса йөкмәткеһен балалар йотлоғоп тыңланы. Улар блокада шарттарында Ленинградтағы ауыр тормош, аслыҡ, яланғаслыҡ, блокада икмәге, карточка системаһы, Ладога күленән үткән “тормош юлы”, ошо һынауҙарҙы үҙ иңендә татыған ҡала халҡының ҡаһарманлығы тураһында белде. Шулай уҡ бомба яуы аҫтында балаларҙың нисек белем алыуға ынтылышы, уларҙың өлкәндәргә ярҙамы тураһында ҡыҙыҡһынып тыңланы. Балаларҙы аслыҡтан, һыуыҡтан миктәгән халыҡтың ҡырҡа кәмеүе, блокада тамамланыуға ҡала халҡының 500 мең кешегә (биш тапҡырға әҙерәк) ҡалыуы тетрәтте. Ошондай ауырлыҡта үҙҙәре ас-яланғас булған артистарҙың театрҙа илһөйәрлек рухындағы пьесалар сәхнәлештереүе, халыҡты Тыуған илде һаҡлауға саҡырыуы ла хайран ҡалдырҙы. Ғөмүмән, ҡала халҡы тарафынан батырлыҡҡа тиң башҡарылған эштәр, айырыуса Таня Савичева һәм уның ғаиләһе хаҡындағы фажиғәле тарих һәр уҡыусының йөрәгенә үтеп инде.
Һүрәттә: китап күргәҙмәһе сараға өҫтәмә мәғлүмәт бирҙе.
Ғәлиә Ғәниева.
Бөрө районы.