Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
28 Март , 22:40

"Гел ашыҡты, барыһына ла өлгөрөргә тырышты..."

Бөгөн Ә. Вәлиди исемендәге милли китапханала Асҡын районының данлы улы, йәш кенә килеш республикала киң билдәлелек яулаған Ришат Дихиндың хәтер кисәһе, уның хаҡында иҫтәлектәр тупланған “Яҡшылыҡ өләшеүсе шәхес” тигән китаптың исем туйы үтте.

"Гел ашыҡты, барыһына ла өлгөрөргә тырышты..."
"Гел ашыҡты, барыһына ла өлгөрөргә тырышты..."

Сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлыҡ етәксеһе урынбаҫары Марат Ғәзизов, Асҡын районы хакимиәте башлығы Динис Йосопов, төбәктең Мәғариф һәм фән министрлығы, Өфөнөң Киров районы хакимиәте вәкилдәре, Өфө фән һәм технологиялар университеты ғалимдары Илшат Янбаев һәм Рәмилә Хөснөтдинова, билдәле шағирә, “Аҡбуҙат” балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Бүздәк районы хакимиәте башлығы Илнур Иғдиев, Ришат Дихиндың әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы, ғаиләһе, инәһе - Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы, профессор Лена Карамова, бихисап райондаштары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре һәм башҡалар ҡатнашты.

Хәтер кисәһен Ришат Марат улының һабаҡташтары, дуҫтары – Алмас Шаммасов, Айнар Байбулатов ойоштороп, был эште юғары кимәлдә атҡарып сыҡты. Уларға, шулай уҡ Милли китапхана директоры Азат Ибраһимовҡа Асҡын районы хакимиәте башлығы рәхмәт хаттары тапшырып, яҡташтары исеменән иң изге теләктәрен еткерҙе.

Сара ғәйәт йылы мөхиттә үтте. Сығыш яһағандарҙың барыһы ла ихлас күңелдән һөйләне, Ришат Марат улын оло хөрмәт, һоҡланыу, яратыу хистәре менән иҫкә алды, һағыныуын белдерҙе. Бәләкәйҙән тырышлығы, әүҙемлеге менән айырылып торған, мәктәптең барлыҡ сараларында алдан йөрөгән, шиғырҙар яҙған, БДУ-ла ла яҡшы уҡыуы, өлгөрлөгө, зирәклеге менән алдырған, артабан төрлө тармаҡтарҙа - Яҙыусылар союзында, радио һәм телевидениела, матбуғатта, мәғариф министрлығында, унан Өфөнөң Киров районы, Ағиҙел ҡалаһы хакимиәттәрендә намыҫлы хеҙмәт иткән, аҙаҡ тыуған төйәге Асҡынға етәксе итеп ҡуйылып, бурыстарын оло яуаплылыҡ, юғары илһөйәрлек менән атҡарған Ришат Дихинды бөгөнгө йәштәр өсөн сағыу үрнәк тип атаны барыһы ла. 

"Ғүмере бигерәк ҡыҫҡа булды баламдың, утыҙ өс кенә йәшендә китеп барҙы. Гел ашыҡты ул, барыһына өлгөрөргә тырышҡандай йүгерҙе лә йүгерҙе. Үҙ артынан шул ҡәҙәр ҙур эштәр ҡалдырҙы. Уға булған оло ихтирамды һәр саҡ тойоп йәшәйем. Изге айҙа үткән бөгөнгө осрашыуҙа улымды күпме кешенең хөрмәт иткәнен, уны онотмауҙарын күреп һөйөндөм. Артабан да шулай булып ҡалһын, бергә-бергә йәшәйек, имен-һау булайыҡ", - тип теләктәрен еткерҙе Ришаттың әсәһе Розалия Нәҡип ҡыҙы.

Хәтер кисәһе хаҡында тулы материалды гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә уҡырһығыҙ.

Юлай Кәримов фотолары.

Автор:Дилбәр Ишморатов

Сығанаҡ:  https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2024-03-28/ashy-ty-bary-yna-lg-r-rg-tyryshty-3705883?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=104965500

Читайте нас: