Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Март , 08:00

Илдә матәм көнө...

Әле 133 кешенең һәләк булғаны билдәле. Теракт буйынса һуңғы яңылыҡтар ниндәй?     

Илдә матәм көнө...
Илдә матәм көнө...

Ил Президенты Владимир Путин бөгөн, 24 мартта Рәсәйҙә дөйөм матәм көнө иғлан итте. Был Мәскәү өлкәһенең Красногорск ҡалаһында булған ҙур теракт менән бәйле.

Ҡоралланған кешеләр “Крокус Сити Холл” концерт залына, 22 мартта һөжүм иткәйне. Был саҡта барыһы ла “Пикник” рок төркөмөнөң концертына йыйылған ине. Енәйәтселәр кешеләргә ҡоралдан ата башланы һәм аҙаҡ бинаға ут төрттө. Бының өсөн улар тиҙ янған шыйыҡса килтергән. Һөҙөмтәлә, концерт залы янып китте, тамашалар залының түбәһе емерелеп төштө.

Рәсәй Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, яраларҙан һәм янғындан 133 кеше һәләк булған. 120-нән ашыу кеше йәрәхәтләнгән һәм әле дауаханаларҙа ята. 42 кешенең хәле ауыр, 15 кешенеке үтә ауыр тип баһалана. Араларында биш бала ла бар.

ФСБ 11 кешенең ҡулға алыныуы тураһында хәбәр итте, шул иҫәптән терактты башҡарыусы дүрт кешене. Улар әйтеүенсә, һәр береһен бер ай самаһы элек интернет селтәрендә тапҡандар һәм аҡсаға кешеләрҙе үлтерергә тәҡдим иткәндәр. Бының өсөн уларға 500 мең һум түләргә вәғәҙәләгәндәр, шулай уҡ ҡорал менән тәьмин иткәндәр. Енәйәтселәр ҡара эштәрен башҡарғас ҡаса һәм Украина яғына сығырға ҡарар итә, сөнки тап шунан уларҙы координациялаған булалар. Енәйәтселәр Рәсәй граждандары тигән хәбәр таралды, тик ул ысынбарлыҡҡа тура килмәй. Бер кем дә беҙҙең граждандар түгел. 

Президент Владимир Путин Рәсәй халҡына мөрәжәғәт итте һәм был хәлде вәхшиләрсә теракт тип атаны. Енәйәтте башҡарыусылар ҡулға алынды тине Президент. “Был енәйәтте ойоштороусы һәм башҡарыусыларҙың барыһы ла лайыҡлы язаһын аласаҡ. Бөтәһен дә асыҡлаясаҡбыҙ”, – тине ул.

Әлеге ваҡытта “Крокус Сити Холл” бинаһы тулыһынса янып бөткән. Әлеге ваҡытта ҡотҡарыусылар емереклектәрҙе таҙарта һәм иҫән ҡалған кешеләрҙе эҙләй. Шулай уҡ ҡорбандарҙың артыуы ихтимал.

Өфөлә урынлашҡан мемориалға кешеләр сәскәләр, уйынсыҡтар һәм шәмдәр килтереүен дауам итә. Башҡортостан бөтә ил менән бергә ҡайғыра һәм ҡайғы уртаҡлаша. 

Фото: "БашДТП" телеграм-каналы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Автор:
Читайте нас: