Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
24 Февраль , 08:50

Батыр уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ!

“Айдар беҙҙең күңелдә тыныс холоҡло,  тырыш, аҡыллы уҡыусы -  батыр егет булып мәңге йәшәйәсәк!” – тип махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған   Айдар Хафизов тураһында  йылы, яҡшы, изге һүҙҙәр генә әйтеп,  хәтирәләре  менән бүлеште  Сураш мәктәбенең хөрмәтле уҡытыусыһы Рәзғәт Вәлимйән улы Садыҡов.

Батыр уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ!
Батыр уҡыусыбыҙ менән ғорурланабыҙ! Онотмайбыҙ!

“Айдар Әнғәм улы Хафизов  1989 йылдың 7 ғинуарында  Асҡын районы Кәмәшиҙе  ауылында Хәтмиә һәм Әнғәм Хафизовтар ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Уның бала сағы Сарс буйында урынлашҡан Кәмәшиҙе ауылында үтте. Ғаиләлә үҙ-ара татыу, тырыш,  һәр эштән йәм табыусы ата-әсә тәрбиәһе алған Айдар бәләкәйҙән тыныс холоҡло, ярҙамсыл, кешелекле, эшсән уҡыусыбыҙ булды.

Айдар 1996 йылда Сураш мәктәбенең 1-се  класына уҡырға керҙе һәм 2004 йылда  бирелә 9-сы класты тамамланы. Яҙын-көҙөн -  ел-ямғыр, ҡышын ҡар-буран булһа ла  һәр көндө дүрт километр  юл үтеп, Сураш мәктәбенә уҡырға йөрөүе уны кесе йәшенән сыныҡтырғандыр инде.

Айдар уҡыған класта барыһы 10 уҡыусы ине.  Улар һәр ваҡыт бик әүҙем, дуҫ булды, тырышып уҡыны.

Уҡыусыбыҙ Айдар дәрескә һәр көндө әҙерләнеп йөрөнө, уҡытыусылар һөйләгәнде иғтибар менән тыңлып ултыра, ҡул күтәреп кенә яуап бирә ине.

Мәктәптәге эштәрҙә Айдар үҙе лә, Әнғәм ағай ғаиләһе лә һәр саҡ әүҙем ҡатнашты. Хафизовтар өлгөлө ғаилә булды.

Солтанбәк урта мәктәбен тамамлағас, Айдар Өфө урман техникумында белем ала. Ул уҡыу йортонда ла беҙҙең Айдарҙы тик ыңғай яҡтан ғына хәтерләйҙәр.

2022 йылдың 24 февралендә Украина ерендә махсус хәрби операция башланғас, Айдар  үҙ теләге менән Тыуған илебеҙ именлеген һаҡларға китте.  Унда  ла ул тырыш, ярҙамсыл, физик һәм хәрби яҡтан әҙерлекле булыуы менән айырылып тора.

Уҡыусыбыҙ Айдар Хафизов  Тыуған иле, халҡы өсөн ғүмерен бирҙе. Мәктәп уҡыусылары өсөн  - ул батыр ағай,  уҡытыусылары өсөн Айдар өлгөлө уҡыусы булып, күңелдәрҙә мәңге йәшәйәсәк.

Шундай тоғро, намыҫлы ул үҫтергәне һәм тәрбиәләгәндәре өсөн Әнғәм  Хафиз улына һәм  Хәтмиә Шәмсел ҡыҙына  ҙур рәхмәт”, - тип һөйләне Рәзғәт Вәлимйән улы Айдар Хафизов тураһында.

Наилә Имаева.

Читайте нас: