Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
10 Октябрь 2023, 15:05

Батырлыҡ ордены яугирҙарҙың ата-әсәһенә тапшырылды

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ренат Джангалиев һәм  Айдар Хафизов — ысын геройҙар һәм уларҙың ҡаһарманлығы онотолмаясаҡ.

Батырлыҡ ордены яугирҙарҙың  ата-әсәһенә  тапшырылды
Батырлыҡ ордены яугирҙарҙың ата-әсәһенә тапшырылды

Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Ренат Джангалиев һәм  Айдар Хафизов  хәрби бурысын үтәгәндә фиҙаҡәрлек, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәткән өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнгәйне. Бөгөн Асҡын район Мәҙәниәт йортонда Республика көнөнә бағышлап уҙғарылған сарала  махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Айдар Хафизовтың ата-әсәһенә  һәм Ринат Джангалиевтың әсәһенә улдарының Батырлыҡ ордены тапшырылды.

Ренат Джангалиев   1983 йылдың 18 июнендә Свердловск өлкәһендә тыуа.  1999 йылда  урта мәктәпте тамамлағас, әсәһе менән Асҡын районы Төй ауылында йәшәүсе өләсәһенә  күсеп ҡайта.   2000-2001  йылдарҙа Асҡын  һөнәрселек училищеһында уҡып, водитель танытмаһын ала. Тыуған ил алдындағы хәрби бурысын лайыҡлы үтәй.  Хәрби хеҙмәт ваҡытында Чечен Республикаһында  хәрби хәрәкәттәрҙә  ҡатнаша.  Армиянан һуң  Өфөлә, артабан Сорғотта  эшләй.  

2022 йылда  Чечен Республикаһының  Грозный ҡалаһына “Әхмәт”  төркөмөнә үҙ теләге менән китә.   Апрелдән майға тиклем Украина территорияһында  Северодонецк янындағы   хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.   Хәрби бурысты үтәгәндә батырҙарса һәләк була. Ренаттың ҡатыны һәм өс балаһы етем  тороп ҡала.

Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы  министры урынбаҫары Любовь Викторовна Минакова тантаналы сарала орденды Ренаттың әсәһе Мөкәрәмә Тимерғәли ҡыҙы Джангалиеваға   тапшырҙы.

   Айдар Әнғәм улы Хафизов   1989 йылдың 7 ғинуарында Кәмәшиҙе ауылында  тыуа.  1996 йылда Сураш мәктәбенә 1се класҡа уҡырға бара.  2006 йылда Солтанбәк урта мәктәбен тамамлай.  Артабан Өфөлә  урман техник техникумында белем ала.

2009-2010 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Эске ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. 2010 йылдан Өфөлә “Медстальконструкция” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. 2022 йылдың 20 июлендә контракт буйынса хәрби хеҙмәткә алына.

Ул тыуған илебеҙҙе нацизмдан яҡлап, Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына үҙенең хәрби бурысын намыҫлы һәм лайыҡлы үтәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,   22 сентябрҙә  хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.

Тантаналы сарала  Любовь Викторовна  орденды Айдарҙың әсәһе Хәтмиә Шәмсел ҡыҙына һәм атаһы Әнғәм Хафиз улына  тапшырҙы. Сарала шулай уҡ яугирҙың ағаһы  Илдус та  ҡатнашты.

 Ренат менән Айдар - ысын геройҙар һәм уларҙың  батырлығы бер ҡасан да онотолмаҫ. Хәрби бурыстарын үтәгәндә улар һәләк булды, һулыштарының аҙағына тиклем биргән  анттарына тоғро ҡалғандар.

Беҙ яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ!

Наилә Имаева.

 

Батырлыҡ ордены яугирҙарҙың  ата-әсәһенә  тапшырылды
Батырлыҡ ордены яугирҙарҙың ата-әсәһенә тапшырылды
Читайте нас: