Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
4 Октябрь 2023, 10:50

“Айдар беҙҙең күңелдә алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, батыр егет булып мәңге йәшәйәсәк!”

Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған  яҡташыбыҙ Айдар Хафизов тураһында  һәр кем тик  йылы, яҡшы, изге һүҙҙәр генә әйтеп,  хәтирәләре  менән бүлеште.

“Айдар беҙҙең күңелдә  алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, батыр егет булып мәңге йәшәйәсәк!”
“Айдар беҙҙең күңелдә алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, батыр егет булып мәңге йәшәйәсәк!”

“Әнғәм ағай миңә ҡоҙа тейешле кеше була, минең ике туған Асия апамдың (ул да тыумышы менән Кәмәшиҙе ауылынан) ире (еҙнәм)   Әнғәм ағайҙың бер туған ҡустыһы ине.   Шуға күрә беҙ гел аралашып, күрешеп йәшәнек.  Айдарҙы ла йәштән белеп, күреп, уға һоҡлана инек.   Быйыл йәй башында махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында ла   Кәмәшиҙегә килеп, күрешеп, хәл белешеп киткәйнек.   Айдар рухлы, яҡшы кәйефтә ине, һис шикһеҙ, дошманды еңеп, Еңеү менән ҡайтасағына ышана ине. Киләсәккә пландары ла бик матур ине. Ҡыҙғанысҡа күрә,  был беҙҙең һуңғы күрешеү булған икән.   Нәҡ Айдар кеүек  ныҡыш, тырыш, түҙемле, батыр егеттәр илебеҙ тыныслығын яҡлай ҙа инде. Ошондай тоғро, намыҫлы ул үҫтергәне һәм тәрбиәләгәндәре өсөн Әнғәм  Хафиз улына һәм  Хәтмиә Шәмсел ҡыҙына  ҙур рәхмәт. Уларҙың ауыр ҡайғыһын   уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡтар теләйбеҙ. Айдарҙың  урыны ожмахта булһын”, - тине Муллаҡай ауылынан килеүсе  Нәзилә Хәмәтйән ҡыҙы.

“Мин Айдар менән күрше генә үҫтем, бер класта уҡыным. Кәмәшиҙе ауылынан  1996 йылда  икәү генә Сураш мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға  кергәйнек. Дуҫ-татыу булып уҡып сыҡтыҡ.  Бик тыныс холоҡло, ярҙамсыл ине Айдар.  Ул да бик күптәр кеүек ил алдындағы бурысын үтәргә ҡарар итте һәм батырҙарса һәләк булды. Ул әле ғаилә ҡорорға ла өлгөрмәне, ләкин башҡалар тыныс тормошта йәшәһен өсөн башын һалды. Бик аяныс. Айдарҙың ата-әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ”, — тине Кәмәшиҙе ауылында күрше генә үҫеп, бергә уҡыған класташы Ирина Сафина –Ҡотдосова.

Иринаның әсәһе  Мәүзилә апай Сафина ла Айдарҙың бик тырыш, уңған, сабыр булыуын билдәләне. “Әле йәй башында ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡанында ла ағаһы менән беҙгә кереп, хәл белеп сыҡҡайны.  Әнғәм ағайҙың балалары бик тырыш, игелекле, кеселекле. Һәр саҡ хәл белешеп, ярҙамлашып тора.  Бик ауыр, ҡыҙғаныс хәл. Хоҙай үҙҙәренә сабырлыҡ бирһен”, — тине ул.

Тыныс йоҡла, батыр яҡташыбыҙ! Урының ожмахта булһын!

Наилә Имаева.

Читайте нас: