Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Декабрь 2022, 17:45

Советтар Союзы Геройын иҫкә алдылар

Тулыраҡ:

Советтар Союзы Геройын иҫкә алдылар
Советтар Союзы Геройын иҫкә алдылар

Балтас районы Асавка ауылында Советтар Союзы Геройы Үлмәҫ Шакировтың тыуыуына 100 йыл тулыуға бағышланған тантаналы сара үтте.

Асавка ауылында тыуып-үҫкән күп һанлы ауылдаштары, яҡташтары, шулай уҡ район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев оҙатыуында дәрәжәле ҡунаҡтар “Батырға йырлайбыҙ дан!” тип аталған кисәгә йыйылды.

Сара алдынан Үлмәҫ Шакировтың бюсына сәскәләр һалынды. Шулай уҡ был көндө район үҙәгенең “Һағышлы Әсә” мемориал комплексында әлеге иҫтәлекле датаға бағышланған тантаналы митинг үтте.

Артабан мәртәбәле ҡунаҡтар Үлмәҫ Шакировтың тормош юлын сағылдырған музейҙа булды.

Тамашасыларға герой-яҡташыбыҙ тураһында видеоролик та тәҡдим ителде. Уны ҡараған ваҡытта йыйылған халыҡтың күҙҙәрендә йәш, ә күңелдәрендә ғорурлыҡ хисе ине. Хәтер кисәһендә ҡатнашыусылар Үлмәҫ Шакировты бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Һәүәҫкәр артистар сығышы геройыбыҙ кеүек совет һалдаттарының ҡаһарманлығы һәм ныҡлығы тураһында тағын бер ҡат иҫкә төшөрҙө.

Ауыр һуғыш ҡырҙарында Үлмәҫ Шакиров күрһәткән батырлыҡ беҙҙең барыбыҙ өсөн дә үрнәк булып ҡала.

Фирғәт Нәбиуллин.

Советтар Союзы Геройын иҫкә алдылар
Советтар Союзы Геройын иҫкә алдылар
Читайте нас: