Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
3 Декабрь 2022, 08:15

Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ

Бөгөн, 3 декабрҙә, илебеҙҙә Билдәһеҙ һалдат көнө билдәләнелә. Был көндө хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы иҫкә алып, төрлө хәтер саралары үтә.

Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ

Балтас районында ла һәр йылды ил территорияһында йәки унан ситтә ҡораллы бәрелештәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм Совет хәрбиҙәрен  хөрмәтләп иҫкә алыу матур йолаға әйләнде.

Быйыл да нәҡ шулай булды. “Һағышлы Әсә” мемориал комплексына тантаналы шарттарҙа сәскәләр һалынды.

Митингта ҡатнашыусылар алдында сығыш яһап, район хакимиәте башлығы Илгиз Субушев билдәһеҙ һалдаттарҙың иҫәпһеҙ күплегенә һәм бындай көндө билдәләп үтеү уларҙың һәр береһен иҫкә алыу өсөн мөһим булыуын билдәләне.

- Яу ҡырҙарында билдәһеҙ һалдаттарҙы эҙләү әле дауам итә һәм дауам итәсәк тә. Был беҙҙең изге бурысыбыҙ. Улар илебеҙҙең тыныслығы, именлеге өсөн яу ҡырында баштарын һалған, - тине Илгиз Әхүәс улы.

Сара һуңында митингта ҡатнашыусылар билдәһеҙ һалаттарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

 

Фирғәт Нәбиуллин.

Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Исемең – билдәһеҙ, батырлығың - үлемһеҙ
Читайте нас: