Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
13 Ноябрь 2022, 11:55

Шайморатовсыларға дан!

Бөгөн, 13 ноябрҙә, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнелә.Иҫтәлекле дата айҡанлы ошо данлыҡлы  дивизия составында Еңеү яулап ҡайтҡан батырҙарыбыҙҙы тағы ла бер  иҫкә алайыҡ! Шайморатовсыларҙың балалары был көндө көтөп алды. 

Шайморатовсыларға дан!
Шайморатовсыларға дан!


Башҡорт һыбайлыларының дәһшәтле яу юлы, батырлығы — мәңге беҙҙең хәтерҙә
1941 йылдың 13 ноябрендә СССР Оборонаһы дәүләт комитеты тарафынан милли ғәскәрҙәр берләшмәһен булдырыу тураһында ҡарар ҡабул ителә. Ошо документ Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыуға нигеҙ һала.
2020 йылдың 13 ноябрендә тарихта беренсе тапҡыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы көнө билдәләнде. Был ҡарар 2020 йылдың февралдә Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары тарафынан ҡабул ителде. “Был сара дивизияның данлы үткәне тураһындағы иҫтәлекте киләһе быуындар өсөн һаҡлауға, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары батырлығын пропагандалауға йүнәлтелгән”, - тигән аңлатма биргәйне Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев.
112-се Башҡорт атлы дивизияһы хәтерен мәңгеләштереү датаһы осраҡлы һайланмаған. 1941 йылдың 13 ноябрендә СССР-ҙың Дәүләт оборона комитеты милли ғәскәрҙәр берләшмәләрен ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул иткән. Шуның нигеҙендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла булдырылған.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендә Бөйөк Ватан һуғышында Брянск, Воронеж, Көньяҡ-Көнбайыш фронттарында, Сталинградта барған алыштарҙа еңеү яулай. Дивизияның 3860 яугиры орден, миҙалдар менән бүләкләнә, 78 яугир Советтар Союзы Геройы исемен ала.
Миңлеғәле Шайморатовҡа иһә 2020 йылда Рәсәй Геройы исеме бирелде. Быйыл Башҡортостан Республикаһы көнөндә Өфөнөң Совет майҙанында легендар комдив, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовҡа һәйкәл асылды. Уның авторы — архитектор Салауат Щербаков .
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы икенсе Бөтә донъя һуғышында советтарҙың барлыҡ ҡоро юл хәрби берләшмәләре араһында һалдаттары иң күп герой исеме алған, 78 рәсми танылған батыры, Дан орденының биш тулы кавалеры булған, үҙе лә 16-сы гвардиялы, “Чернигов” исемдәренә лайыҡ булып, байрағында Ленин, Суворов, Кутузов,Ҡыҙыл байраҡ ордендары емелдәгән, иң титуллы ғәскәри берәмек. Шайморатов менән бер сафта 100-гә яҡын райондашыбыҙ ҙа данлы яу юлын уҙа. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алға елгән һыбайлылар ғына бөгөн беҙҙең арала юҡ, ләкин дошманға ҡаршы һуғышҡан батырҙарыбыҙ тураһындағы иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә. Шайморатовсыларҙың балалары, ейән-ейәнсәрҙәре лә утты-һыуҙы кискән яугир атай-олатайҙары тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлап, йәш быуынға тапшыра.
Иҫке Ҡаҙансы ауылында йәшәүсе Мәмдүнә Ғаян ҡыҙы Зарипова ла 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Шайморатов етәкселегендә һуғышҡан атаһы Ғәбделғаян Зекриә улы Зарипов тураһында иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлай.
Йәнкиҫәк ауылында йәшәүсе Ғәбделғаян Зекриә улы һәм Кәримә Мостафа ҡыҙы Зариповтар ғаиләһендә ете бала — Сәғәдәт, Нәжибә, Тәлғәт, Нәзихә, Мәдеһәм, Мәймүнә, Мәмдүнә үҫә. Бөгөн уларҙың дүртеһе иҫән-һау ғүмер итә: 1929 йылғы Нәжибә апай — Өфө ҡалаһында, 1939 йылғы Мәдеһәм ағай Кушнарен ауылында, 1948 йылғы Мәймүнә апай — Ревда ҡалаһында, ә 1951 йылғы Мәмдүнә апай Иҫке Ҡаҙансы ауылында. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан атаһының яу юлын Мәмдүнә апай ентекле өйрәнеп, бик күп материал туплай, альбом төҙөй. Йыйған бай мәғлүмәтте балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә, туғандарына тапшыра.
— Ҡаҙансы ауыл Советынан Ватаныбыҙҙы һаҡларға китеүсе тәүге һалдаттар араһында атайым менән уның өс бер туғаны — Барый, Фәтих һәм Ғәбделхәй Мөхәмәтзариповтар ҙа була.
Атайым Ғәбделғаян Зекриә улы һуғышты 1941 йылдың ноябрь уртаһында төҙөлгән данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында үтә. Ул легендар генералдар Миңлеғәли Шайморатов, Григорий Белов етәкселегендә алыша. Брянск фронтында ҡан ҡойғос алыштарҙа, Сталинградты обороналауҙа, Черниговты азат итеүҙә ҡатнаша. Уның бер туған ҡустыһы Ғәбделхәй ағай ҙа шунда була. Ләкин туғандарға фронтта осрашырға тура килмәй.Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн атайым орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Барый ағай һуғыш аҙағында ауыр яраланып өйөнә ҡайта һәм тиҙҙән вафат була.
Фәтих ағай Польшалағы алыштарҙа һәләк була.
Ғәбделхәй ағайҙан килгән һуңғы хаттың 1945 йылдың 9 майында яҙылыуы күрһәтелгән була. Хатында Берлин эргәһендәге бер төбәктә десант төшөрөргә әҙерләнеүҙәре тураһында яҙа. Ергә төшкәс, минаға эләгеп, ғүмере өҙөлә. Был хаҡта уның менән бергә булған яугир райондашыбыҙ һөйләй.
Шулай итеп, һуғыш тамамланғас, дүрт бер туғандың береһе — атайым ғына тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа атайым “Сейәтау” колхозында, унан совхозда эшләне. Буш ваҡытында сабата үрҙе, бал ҡорттары ҡараны. Тирә-яҡҡа мулла булараҡ танылды. Эш араһында  гел генә халыҡ йырҙарын - оҙон көйҙәрҙе моңло итеп йырлап йөрөй  торғайны. Хаҡлы ялға сыҡҡас та , ҡул ҡаушарып ултырманы, төрлө эштәр башҡарҙы.
1972 йылда беҙ Иҫке Ҡаҙансы ауылына күстек. Атай-әсәйем Йәнкиҫәктә ҡалды. Атайым аттар яратты, уның ҡарамағында 48 ат булды. Шәхси хужалыҡта ла ат аҫраны. Вафат булырына 10 көн ҡала , был ваҡытта уға 92 йәш ине, тыуған ауылы Йәнкиҫәккә атҡа атланып ҡайтып ураны. Был уның тыуған ауылы, халҡы, урмандары, ялан тәпәй йүгереп үҫкән урамдары менән хушлашыуы булған, күрәһең.
Әсәйем Кәримә Мостафа ҡыҙы менән 70 йыл татыу ғүмер итеп, беҙгә, ете балаға ғүмер бүләк итеп, матур тәрбиә биреп үҫтерҙеләр. Уларҙың изге эштәрен, батырлыҡтарын беҙ балаларыбыҙға, ейәндәребеҙгә һөйләйбеҙ, — ти тыуған яҡ тарихын, күренекле яҡташтарыбыҙҙың тормош юлын өйрәнеүсе мәғариф ветераны Мәмдүнә Ғәбделғаян ҡыҙы.
Күптән түгел район хакимиәтенең ултырыштар залында тыуған яҡты өйрәнеүселәр конференцияһы үткәйне. Ошо сараға Мәмдүнә апайҙың Өфөлә йәшәүсе 93 йәшлек апаһы Нәжибә Ғәбделғаян ҡыҙы улы Рәмил менән ҡайтҡайны. 10 йәштән колхоз баҫыуҙарында утау утап, 12 йәштән башҡа тиҫтерҙәре менән урман киҫеп, һуғыш осороноң бөтә ауырлыҡтарын үҙ елкәһендә татыған Нәжибә апай үҙенең тормош юлы менән таныштырып, залдағыларҙы оло йәштә лә йәштәргә биргеһеҙ әүҙемлеге, теремеклеге, тормошто яратыуы, сәләмәт тормош алып барыуы менән һоҡландырғайны. Ул ғүмере буйы сәйәхәт иткән, донъяның, илебеҙҙең төрлө мөйөштәрендә булған. Бер нисә йыл элек кенә Ирәмәл тауына ла менеп, барыһын да таң ҡалдыра.
Ошо ҡайтҡанында ла Нәжибә апай Иҫке Ҡаҙансыға барып, туғандары менән осраша. Бергәләп хәтирәләргә бирелеп, хәтер йомғағын һүтеп, шайморатовсы атайҙарын иҫкә ала.
“ Миңлеғәли Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары һәм данлы генерал исеме бөгөн тантана итеүенә беҙ сикһеҙ шатбыҙ. Йәш быуын шайморатовсыларҙың ҡаһарманлығын белеп, ғорурланып, үҙҙәре лә илһөйәр булып үҫергә тейеш”, - ти шайморатов вариҫтары булған Мәмдүнә апай менән Нәжибә апай.

Наилә Имаева.

Шайморатовсыларға дан!
Шайморатовсыларға дан!
Шайморатовсыларға дан!
Шайморатовсыларға дан!
Читайте нас: