Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
5 Ноябрь 2022, 10:05

Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы улы

Тыуған яҡ һәм ырыу  тарихын өйрәнеүсе  Шаһийән Миңлеғәлиевтың тыуыуына бөгөн 91 йыл тула.  

Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы  улы
Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы улы

Асҡын районы Солтанбәк ауылында тыуып үҫкән Шаһийән ағай Миңлеғәлиев асҡындарға бик яҡын. Кемдәрҙер уны тыуған яҡ тарихын өйрәнеүсе булараҡ белһә, башҡаларына хәрби кеше булараҡ билдәле. Шулай ҙа барыһы ла уның хаҡындағы бер фекер менән килешәлер. Шаһийән  ағай – иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе,  ошо сәбәпле оло йәшендә лә үҙенә ял бирмәгән тынғыһыҙ зат  булды. Әгәр ҙә  Шаһийән ағай  шул йылдарҙа Асҡын башҡорттарын һаҡлап ҡалыу өсөн янып-көйөп йөрөмәгән булһа, бөгөнгә башҡарылған эштәрҙең күбеһе тормошҡа ашмаған булыр ине. Уның тырышлығы асҡындарҙы асылына ҡайтарырға ярҙам итте. Шаһийән Миңлеғәлиев кеүек  яҡташтарыбыҙ менән  беҙ сикһеҙ ғорурланырға һәм уның башҡарған изге эштәрен онотмаҫҡа, тулыраҡ өйрәнеп, йәш быуынға тапшырырға бурыслыбыҙ.

Солтанбәктәр шулай итә лә...

Былтыр күренекле яҡташыбыҙҙың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан Солтанбәктә уға иҫтәлекле таҡтаташ асылды. Сарала Бөтә донъя  башҡорттар ҡоролтайы  вәкилдәре,  билдәле тарихсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, район халҡы ҡатнашты.

Ул рухи тамырҙарҙы юлланы. Шәжәрә төҙөнө. Ул ысын патриот булды. Ғалимдар менән хеҙмәттәшлек итте, рухыбыҙҙы күтәреүгә ҙур өлөш индерҙе, асылыбыҙға ҡайтырға ярҙам итте...” Шулай тип иҫкә ала бөгөн солтанбәктәр тыуған яҡты өйрәнеүсе Шаһийән Миңлеғәлиевты.

Эйе, Шаһийән  ағай – иң тәүҙә үҙ халҡының, милләтенең киләсәген ҡайғыртып йөрөүсе рухлы,  ныҡышмал, тынғыһыҙ зат  ине. Беҙҙең хәтерҙә ул шулай асыҡ йөҙлө, яғымлы, ярҙамсыл, тыуған ере өсөн өҙөлөп торған, йәш быуынды тарихыбыҙҙы, телебеҙҙе, рухи һәм нәҫел тамырҙарыбыҙҙы өйрәнергә өндәгән илһөйәр шәхес булып ҡала.

 

Белешмә

Шаһийән Миңлеғәли улы Миңлеғәлиев 1931 йылдың 5 ноябрендә  Асҡын районы Солтанбәк ауылында Тутыя һәм Миңлеғәли Ғәбдрәшитовтар ғаиләһендә тыуған. Унан башҡа ғаиләлә Маҙһар (1923 йылда тыуған), Әҡсән (1927), Фәниә (1936), Мәснәүи (1942) исемле балалар үҫә.

1953 йылда Иркутск авиация-техник училищеһына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда тамамлай.

Һуңынан Украина ССР-ы Чернигов өлкәһе Прилуки ҡалаһында ТУ-22 бомбардировщиктарын хеҙмәтләндерә.

Артабан Калуга өлкәһе Козельск ҡалаһына хәрби-төҙөлөш часына күсерелә. Бында баллистик ракеталарҙы эшләтеп ебәреү комплексын төҙөүҙә ҡатнаша.

1978 йылда отставкаға китә. Калуга ҡалаһында йәшәй һәм трикотаж фабрикаһында тәьмин итеү өлкәһендә эшләй. 1988 йылда Өфө ҡалаһына ҡайта. СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалында именлек хеҙмәтендә эшләй. Башҡорттарҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынып, тыуған яҡты өйрәнеү менән шөғөлләнә. Башҡорт ауылдары тарихын өйрәнә, архив материалдарына нигеҙләнеп балыҡсы ырыуының шәжәрәһен төҙөй. Мәҡәләләре республика һәм район ваҡытлы баҫмаларында, «Теле барҙың — иле бар» (Өфө, «Китап», 1995) һәм 1736 йылғы Һөйәнтүҙ фажиғәһенең 260 йыллығына арналған брошюраларында донъя күрә.

1998 йылдың 2 авгусында вафат була.

 

Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы  улы
Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы  улы
Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы  улы
Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы  улы
Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы  улы
Балыҡсы ырыуының арҙаҡлы улы
Читайте нас: