Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
7 Сентябрь 2022, 22:05

Тере хәтер булып ҡайтты

Тулыраҡ: 

Тере хәтер булып ҡайтты
Тере хәтер булып ҡайтты

Бөгөн Ҡариҙел районы Магинск урта мәктәбенә ауыл халҡы, мәктәп уҡыусылары, район хакимиәте етәкселеге тантаналы сараға йыйылды. Бында Украина ерендә ғүмере өҙөлгән яугирыбыҙ Смышляев Виктор Борисович иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ асылды.

Виктор Борисович намыҫ менән хәрби бурысын үтәгән булған. Ул Төньяҡ Кавказда хеҙмәт иткән, хәрби хәрәкәттәр ветераны. Украинала махсус операция башланғас, Виктор Смышляев Ватан өсөн һынаулы көндәрҙә ситтә ҡалмаған, ҡайнар нөктәгә үҙе теләп юлланған. Яугирҙың туғандары әйтеүе буйынса, ул бик ғәҙел кеше булған, музыканы, шахматты яратҡан, шул уҡ ваҡытта тарих менән ҡыҙыҡһынған, рус мәҙәниәтен өйрәнгән киң ҡарашлы илһөйәр булған. Магинск урта мәктәбендә 1995-2000 йылдарҙа белем алған. Кеше тураһында үткән заманда яҙыуы ауыр, әлбиттә. Әммә бөгөнгө сарала кесе Тыуған иле, Рәсәй өсөн башын һалған, үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән наградланған Виктор Борисович Смышляев яҡташтарына тере хәтер булып ҡайтты.
- Герой һалдатыбыҙ алдында беҙ ҙә баш эйәбеҙ һәм туғандарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Виктор Смышляев исеме мәңгелеккә Ҡариҙел районы тарихына яҙылды, - тип белдерҙе хакимиәт башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин.

Гөлнара Солтанова.

Тере хәтер булып ҡайтты
Тере хәтер булып ҡайтты
Читайте нас: