Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
2 Сентябрь 2022, 21:45

Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!

Асҡындар терроризм ҡорбандарын иҫкә алды.  

Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!

Йыл һайын 3 сентябрҙә Рәсәйҙә Терроризмға ҡаршы көрәштә теләктәшлек белдереү көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан районыбыҙҙың бөтә белем усаҡтарында ла Беслан ҡорбандарын иҫкә алдылар.

Бөгөн кис район Мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре художество етәксеһе Ирина Струкачева етәкселегендә район китапханаһы һәм йәштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән берлектә илһөйәрлек, мәрхәмәтлелек рухы менән һуғарылған йөкмәткеле сара - «Хәтер шәме» акцияһын ойоштороп үткәрҙе.


Сарала ҡатнашыусылар алдында район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева сығыш яһаны.Эльза Ҡәҙим ҡыҙы барыһын да сәләмләп, акцияның маҡсатын һәм әһәмиәтен аңлатты. Ул һәр саҡ уяу, һаҡ булыу, интернетта террор идеологияларына ҡаршылыҡ күрһәтеү, йәштәр менән профилактик эште көсәйтеү мөһимлеген билдәләне.

Тынлыҡ минуты ғәйепһеҙ һәләк булған ҡорбандарға бағышланы.

Сарала Асҡындың 1-се һәм 2-се мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары ла ҡатнашты. Улар уйынсыҡтар, ҡағыҙҙан күргәрсендәр, шешәләргә тултырып һыу алып килгәйне. 

Наилә Имаева.

Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Беҙ террорға ҡаршы! Беҙ тыныслыҡ яҡлы!
Читайте нас: