Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
27 Август 2022, 11:35

Батырыбыҙ исеме - йөрәктәрҙә

Тулыраҡ:

Батырыбыҙ исеме - йөрәктәрҙә
Батырыбыҙ исеме - йөрәктәрҙә

Илебеҙ абруйын, данын күтәргән, уны яҡлар, ҡурсалар өсөн йәнен дә аямаған шәхестәребеҙҙең береһе – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың исемен халыҡ бер ваҡытта ла онотмай.
Балтас район Мәҙәниәт һарайы фойеһында легендар герой, генерал-майор Минлеғәле Шайморатовтың тыуған көнөнә ҡарата Иҫке Балтас 1- се урта мәктәбенең Миңлеғәле Шайморатов исемендәге класс уҡыусылары өсөн “Легендар яҙмыш” исемле батырлыҡ дәресе үтте.

Сара башында алып барыусылар генерал Шайморатовтың биографияһын, 112 -се Башҡорт кавалерия дивизияһы тураһында һөйләне. Артабан балаларға генерал һәм уның данлыҡлы 112-се башҡорт атлы дивизияһы тураһында документаль фильм күрһәтелде. Балалар генерал Шаймортов тураһында китаптар менән танышты, күмәкләп “Шайморатов генерал” йырын да йырланы.

Гөлназ Ғәлләмова.

Батырыбыҙ исеме - йөрәктәрҙә
Батырыбыҙ исеме - йөрәктәрҙә
Читайте нас: