Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Июль 2022, 12:35

Батырҙар исеме онотолмаһын

Район Мәҙәниәт һарайы майҙанында Дүртөйлө районынан легендар «Йәшел береттар» сик буйы ғәскәрҙәре ансамбленең концерты уҙҙы.

Батырҙар исеме онотолмаһын
Батырҙар исеме онотолмаһын

 

«Йәшел береттар» үҙ репертуарынан хәрби-патриотик йырҙар башҡарҙы. Тамашасылар ансамблдең сығышын йылы ҡаршы алды.

 

Коллектив эшмәкәрлегенең төп маҡсаты - Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, Афғанстанда, Төньяҡ Кавказда һәм башҡа локаль һуғыштарҙа алышҡан СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең иң яҡшы улдарының батырлыҡтары тураһында хәтерҙе һаҡлау. Ансамблдең ижады халыҡта ватансылыҡ, Ватанға һөйөү һәм хәрби хеҙмәткә, хәрби бурысҡа ихтирам тәрбиәләүгә йүнәлтелгән.

 

Концерттарҙан йыйылған аҡсаға коллектив буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар белем алған мәктәптәрҙә мемориаль таҡтаташтар ҡуя, эҙләү эштәре алып бара. Уларҙың тырышлығы менән бөгөнгө көнгә 2000-дән ашыу мемориаль таҡтаташ  урынлаштырылған. Ансамбль райондың һуғыш хәрәкәттәре ветерандары менән бергә "Һағышлы әсә" мемориалькомплексына сәскәләр һалды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Батырҙар исеме онотолмаһын
Батырҙар исеме онотолмаһын
Читайте нас: