Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
23 Июнь , 10:40

"Хәтер шәме" акцияһы үтте

Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 81 йыллығына арналған «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына Балтас районы хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев  һәм  балтастар ҡушылды.

"Хәтер шәме" акцияһы үтте
"Хәтер шәме" акцияһы үтте

Башҡортостанда 15 июндән 22-нә тиклем «Хәтер шәме» акцияһы ойошторолдо.Теләгән һәр кем акцияға ҡушылырға һәм хәтер шәмен  тоҡандырырға мөмкин ине.

Балтас районы  "Һағышлы әсә" мемориал комплексында ла "Хәтер шәме" акцияһы үтте. Акцияның маҡсаты - халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау. Мәңгелек ут янында "Иҫләйбеҙ"  яҙыуы һәм 10 700  һаны рәүешендә теҙелгән шәмдәр ҡабыҙылды.

Балтас районынан   тап шунса кеше һуғышҡа киткән. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуҙың 81 йыллығына арналған «Хәтер шәме» Бөтә Рәсәй акцияһына район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, район хакимиәте вәкилдәре һәм балтастар ҡушылды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Автор:Ильсияр Махатова
Читайте нас в