Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 18:35

Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты

Бөгөн илебеҙ тарихында күпме юғалтыуҙары менән мәңгелеккә уйылып ҡалған Хәтер һәм ҡайғы көнө. Ошо уңайҙан Яҡуп ауылында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә арналған һәйкәл асылды.  

Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты

 

Һәйкәл асыу тантанаһына йыйылған ауыл халҡы, район хакимиәте башлығы Айҙар Әнғәм улы Шәйҙуллин еткәселегендәге рәсми делегация шанлы йылдар ауазын бер минут тынлыҡ менән хәтергә алды. Һәйкәлде асыу көнө бөгөнгө ҡайғылы дата менән бәйле булыуы юҡҡа түгел. Бер яҡтан яуҙа һәләк булған яҡташтар иҫтәлеген мәңгеләштереү булһа, икенсе яҡтан үҫеп килгән быуынға Бөйөк Ватан һуғышының ни тиклем халыҡты михнәттәргә дусар итеүен еткереү үҙе бер Батырлыҡ дәресенә бәрәбәр. Ауылдарҙа шундай һәйкәлдәр яңыртылған йә асылған һайын, тап бындай изге урындарҙың хәрби-патриотик йүнәлештә тәрбиә биреүҙә оло әһәмиәтле булыуына инанаһың.

Яҡуп ауылындағы мемориаль комплексты төҙөү, булдырыу инициативаһы менән ошо ауыл ҡыҙы Рәзилә ханым Биктимерова янып йөрөгән. Ул ауылдаштары менән бергәләп финанс сығымдарын ҡаплаған, етмәгән аҡсаны иһә район хакимиәте бүлгән. Сараны район Мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең илһөйәрлек менән һуғарылған концерт программаһы менән байытты. Һәйкәл яны киләсәктә сәскәләргә күмелеп, ҡәҙер-хөрмәттә булыр, тип ышанабыҙ.

Гөлнара Солтанова.

Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Яҡуп ауылында һәйкәл ҡалҡты
Читайте нас: