Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 13:15

Илһөйәрлек шулай башлана

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Балтас районындағы реабилитация филиалында илһөйәрлек менән һуғарылған сара үтте.  

Илһөйәрлек  шулай башлана
Илһөйәрлек шулай башлана

22 июнь – Хәтер һәм ҡайғы көнөндә, Балтас районындағы реабилитация филиалында һуғыш хәрәкәтттәре ветераны Ришат Хижәпов һәм уның улы — әлеге ваҡытта  РФ Ҡораллы көстәре һалдаты Данис Хижәпов менән осрашыу  ойошторолдо.

Сараны логопед Альбина Ғәләүетдинова һәм хеҙмәт буйынса инструктор Ленара Солтанова әҙерләп алып барҙы.

Башта үҙәктә тәрбиәләнеүсе Динияр Ҡыяметдинов башҡарыуында Рәсәй гимны яңғырағанда һәм аҙаҡта мәҙәни  ойоштороусы Роберт Шәйҙуллов “Офицеры” йырын  йырлағанда бөтөн зал тороп баҫты.

Ришат Нурихан улы әлеге ваҡытта Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты янғындарҙы киҫәтеү үҙәге инструкторы булып эшләй. Ул Чечен Республикаһында өс тапҡыр булған. Ундағы хәрби хәрәкттәр, үҙенең хеҙмәте тураһында һөйләне.   Артабан  янғын хәүефһеҙлеге һәм  һыу буйҙарында хәүефһеҙлек тураһында әңгәмә үткәрҙе.

Улы Данис атаһы өлгөһөндә хәрби һөнәр һайлаған. Алтай Республикаһында ил сиген һаҡлауы тураһында бәйән итте. Осрашыу балаларға бик оҡшаны. Сара илһөйәрлек рухында үтте.

 Гөлнара Шәймөхәмәтова.

 

 

Илһөйәрлек  шулай башлана
Илһөйәрлек  шулай башлана
Илһөйәрлек  шулай башлана
Илһөйәрлек шулай башлана
Читайте нас: