Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 16:29

Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...

Бөгөн Балтас районы халҡы   “Бер минут тынлыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды.

Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...
Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...

Акция Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12.15 минутта башланды.

«Бер минутлыҡ тынлыҡ» - ул яуҙа һәләк булған һәр яугир һәм бөтә һуғыш ҡорбандары тураһында мәңгелек халыҡ хәтере һәм ҡайғы уртаҡлашыу символы. Акция бөтә донъяға күп милләтле халҡыбыҙҙың ҡаҡшамаҫ ихтыяры һәм батырлығы тураһында тере иҫкәртеү булып тора.

81 йыл элек тап ошо ваҡытта радио аша совет граждандарына фашистик Германияның СССР-ға һөжүм итеүе тураһында мөрәжәғәт яңғырай. Кешелек тарихында иң ҡурҡыныс һәм ҡан ҡойғос һуғыштарҙың береһе башлана. Акцияға Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында  тылда һәм фронтта тыныслыҡ яулаған  ата-бабаларыбыҙ иҫтәлегенә акцияға Балтас районы ла ҡушылды.

Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө уңайынан “Һағышлы әсә" мемориал комплексына венок һәм сәскәләр һалынды. Тантанала район хакимиәте башлығы Илгиз Әхүәс улы Субушев, Тәтешле һәм Балтас райондары хәрби комиссариаты бүлеге начальнигы Ансар Фазылкарам улы Арыҫланов,  район ветерандар советы рәйесе Ғәли Карам улы Сәрүәртдинов, етәкселәр  һәм урындағы халыҡ  ҡатнашты.

Гөлназ Ғәлләмова.

 

 

Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...
Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...
Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...
Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...
Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...
Халҡыбыҙ батырлығын иҫкә алып...
Читайте нас: