Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 10:10

«Хәтер шәме» ҡабынды

Бөгөн таңғы сәғәт дүрттә Өфөнөң «Авангард» уҡытыу-методика үҙәгендә үҙенсәлекле акция үтте.

«Хәтер шәме» ҡабынды
«Хәтер шәме» ҡабынды

Бөгөн таңғы сәғәт дүрттә Өфөнөң «Авангард» уҡытыу-методика үҙәгендә Бөйөк Ватан һуғышы башланыуға 81 йыл тулыуға арналған «Хәтер шәме» акцияһы үтте.

Акцияла Кушнаренко, Нуриман һәм Өфөнөң Дим райондарынан хәрби уҡыу йыйындарына йыйылған уҡыусылар ҡатнашты. Һәр кем шәм тоҡандырып, һуғышта һәләк булған батырҙарҙы иҫкә алды. Артабан Башҡортостандың хәрби комиссариаты һәм мәғариф министрлығы вәкилдәре митинг ойошторҙо.

Автор:Инсаф Хужабирганов

https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-22/h-ter-sh-me-abyndy-2849882?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816

«Хәтер шәме» ҡабынды
«Хәтер шәме» ҡабынды
Автор:
Читайте нас: