Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 23:30

Ерҙә тыныслыҡ булһын!

Ҡариҙел районында Хәтер һәм ҡайғы көнө нисек үтеүен сайтыбыҙға инеп уҡый алаһығыҙ:  

Ерҙә тыныслыҡ булһын!
Ерҙә тыныслыҡ булһын!

 

 

Бөйөк Ватан һуғышы башланыу көнө Хәтер һәм ҡайғы көнө тип билдәләнеп килә. Бөгөн  ошо уңайҙан районыбыҙҙың барлыҡ ауылдарында мөһим саралар үткәрелде.

Абыҙ төп дөйөм белем биреү мәктәбендә ойошторолған көндөҙгө ял лагерында, мәҫәлән, "Хәтер шәме" акцияһы үтте. Байҡыбаш, Муллаҡай, Магинск, Абдулла, Ҡараяр һәм башҡа ауылдарҙа митингылар ойошторолдо. Район үҙәгендәге Еңеү һәм тыныслыҡ паркында ла бөгөн халыҡ күпләп йыйылды, һәйкәл һәм стелаларға сәскәләр һалынды, бер минут тын тороу акцияһы үтте.

Яҡуп ауылында яуҙа үлеп ҡалған һалдаттар иҫтәлегенә һәйкәл асылды, тип хәбәр иткәйнек инде. Ошондай уҡ мемориаль комплекс Хәлил ауылында ла асылды. Бында ла ауыл халҡы фронтта һәләк булған ауылдаштарына һәйкәл булдырыуҙа күп көс һалған. Байҡыбаш, Әртәкүл ауылы йәштәре иһә зыяратта ерләнгән ветерандар ҡәберҙәренә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, "Бында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ерләнгән" тигән яҙыулы алтаҡталар беркетеп сыҡты. Бындай ҡот осҡос һуғыш ҡабаттан булмаһын, ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын, махсус операцияла йөрөгән яҡташтарыбыҙ иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, тигән һүҙҙәр ҡабат-ҡабат яңғыраны бөгөн. Амин, шулай булһын, һуғыш-хәтәр тәҙрәләребеҙҙе шаҡымаһын!

Гөлнара Солтанова.

Ерҙә тыныслыҡ булһын!
Ерҙә тыныслыҡ булһын!
Ерҙә тыныслыҡ булһын!
Ерҙә тыныслыҡ булһын!
Читайте нас: