Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 16:05

Был көн — халыҡ күңелендәге утлы яра

Бөгөн, 22 июндә, Урмияҙ ауылының Еңеү паркында   Хәтер һәм ҡайғы көнөнә бағышланған митинг үтте.

Был көн — халыҡ күңелендәге утлы яра
Был көн — халыҡ күңелендәге утлы яра

 

 

 “Аныҡ эштәр” проекты буйынса яңыртылған  Еңеү паркында үткән митингты асып, Урмияҙ ауыл биләмәһе башлығы Илшат Ирғәлин  һүҙ тотто. Илшат Үзбәк улы әйтеүенсә,  тиҫтәләрсә йыл үтһә лә, 22 июнь халыҡ күңелендә утлы яра булып ҡаласаҡ. Үҙ илен һөйгәндәр быны оноторға тейеш түгел. Хәтер һәм ҡайғы көнө ил халҡын берләштерергә тейеш. Сөнки һуғыш еле ҡағылмаған ғаилә юҡ. “Был сарала ҡатнашыу кемдер ҡушыуы түгел, ә йөрәк саҡырыуы”, — тине ул.

— Бөйөк Ватан һуғышы йылдары ваҡиғаларын оноторға ярамай. Кемдер бөгөн онотторорға, йә иһә юҡҡа сығарырға ниәтләй, тик ҡан менән яҙылған тарихыбыҙҙы юя алмаҫтар.  Бының өсөн бөгөнгө йәштәребеҙ, үҫеп килгән быуын тарихыбыҙҙы, батырҙарыбыҙҙы белергә, улар менән ғорурланырға, үҙҙәре лә илһөйәр, көслө рухлы, ныҡ булырға тейеш, —  тине сығышында Урмияҙ ағинәйҙәрен етәкләүсе мәғариф ветераны Сәлимә Әнүәр ҡыҙы Әбүбәкерова.

Ауылдың дин әһелдәре Рәфис ағай Зиннәтуллин менән Ғаяз ағай Хәлимов яуҙа һәм яуҙан Еңеү менән ҡайтып вафат булған яугирҙар рухына аяттар уҡып, доға ҡылғандан һуң, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.

Сарала ҡатнашыусылар: ауыл Советы хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, Иҫке Күскилде һәм Урмияҙ  мәҙәниәт усаҡтары, балалар баҡсаһы, урындағы урта мәктәп коллективтары һәм ауыл халҡы  обелискка сәскәләр һалды.

  • Наилә Имаева.

 

Был көн — халыҡ күңелендәге утлы яра
Был көн — халыҡ күңелендәге утлы яра
Был көн — халыҡ күңелендәге утлы яра
Читайте нас: