Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
22 Июнь 2022, 09:25

Бөгөн илебеҙ тарихында иң ҡара дата билдәләнә

1941 йылдың 22 июне таңында, иртәнге сәғәт 4-тә фашистик Германия һәм уның союзниктары һуғыш иғлан итмәйенсә Советтар Союзына һөжүм итә.Бөгөнгө Хәтер һәм ҡайғы көнөндә  һуғыш һәм тыл ҡаһармандарын иҫкә төшөрәйек, иптәштәр. 

Бөгөн илебеҙ тарихында иң ҡара дата билдәләнә
Бөгөн илебеҙ тарихында иң ҡара дата билдәләнә

Илдең сигендә урынлашҡан барлыҡ Ҡыҙыл армия частәрен немец ғәскәрҙәре атакалай. Рига, Виндава, Либава, Шауляй, Каунас, Вильнюс, Гродно, Лида, Волковыск, Брест, Кобрин, Слоним, Барановичи, Бобруйск, Житомир, Киев, Севастополь кеүек ҡалалар, СССР-ҙың тимер юл узелдары, аэродромдары, хәрби-диңгеҙ базалары һауанан бомбаға тотола, Балтик диңгеҙенән алып Карпат тауҙарына тиклем совет ғәскәрҙәренең сик буйы нығытмалары һәм дислокация райондары артиллерия һөжүменә эләгә.
Шулай итеп Бөйөк Ватан һуғышы башлана.

Бөгөнгө Хәтер һәм ҡайғы көнөндә күңел асыуҙан тыйылып торайыҡ, һуғыш һәм тыл ҡаһармандарын иҫкә төшөрәйек, иптәштәр.

Автор:Айбулат Ишназаров

https://ye102.ru/news/novosti/2022-06-22/b-g-n-ilebe-tarihynda-i-ara-data-bild-l-n-2849722

Автор:
Читайте нас: