Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
20 Июнь 2022, 18:15

"Хәтер шәме" акцияһына ҡушылығыҙ!

15 – 22 июндә Башҡортостанда «Хәтер шәме» акцияһы үтә.

"Хәтер шәме" акцияһына ҡушылығыҙ!
"Хәтер шәме" акцияһына ҡушылығыҙ!

"Хәтер шәме" акцияһы Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арнала. Акцияға ҡушылып, хәтер шәмен онлайн яҡтырта алаһығыҙ. Шулай уҡ һеҙ ветерандарға Хәтер быуындары сайтында (памятьпоколений.рф) хәйер-саҙаҡа күсереп, ярҙам итә алаһығыҙ. Шәмдәр күберәк ҡабыҙылған һайын акцияны ойоштороусы - «Быуындар хәтере» фонды - Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына медицина ярҙамы күрһәтеүгә күберәк аҡса бүләсәк. 22 июндә Өфөләге Ленин исемендәге паркта Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған митинг һәм Александр Матросовтың һәйкәленә сәскә һалыу була. Митингта һуғыш һәм хеҙмәт, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, һуғыш балалары, Өфө дәүләт авиация- техник университеты, юридик институт һәм Юнармия курсанттары ҡатнашасаҡ. Сара иртәнге сәғәт 10-да башлана.

"Хәтер шәме" акцияһы 22 июндә “Патриот” хәрби-патриотик паркында ла үтәсәк. Унда "Авангард" үҙәге курсанттары ҡатнашасаҡ. Акцияның маҡсаты - халҡыбыҙҙың ҡаһарманлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлау.

  Хәтер һәм ҡайғы көнөнә арналған саралар 22 июндә бөтә Башҡортостан буйлап уҙа.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
 
https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-20/h-ter-sh-me-aktsiya-yna-ushyly-y-2848147?utm_source=vk&utm_medium=social&utm_campaign=35065816
Автор:
Читайте нас: