Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
1 Июнь 2022, 09:15

Легендар йырсыға арнап һәйкәл асылды

Тәтешле районы  Үрге Тәтешле ауылында  бик матур һәм иҫтәлекле сара үтте.

Легендар йырсыға арнап һәйкәл асылды
Легендар йырсыға арнап һәйкәл асылды

 

Тәтешле районында Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхи исемендәге "Онотолор тимә" башҡорт һәм татар  йырының I Халыҡ-ара конкурсы үтте.

Конкурсҡа Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән  120-нән  артыҡ заявка бирелгәйне.  Һайлап алыу турынан 33 кеше финалға сыҡты. Конкурсанттарҙың сығышын Татарстан һәм Башҡортостан Республикаларының  халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов  етәкселегендә мәртәбәле жюри баһаланы. Балтас районынан Светлана Ғәлиева һәм Әлфинә Нуркаева ҡатнашыусы сертификаты менән билдәләнде, ә  Алһыу Әхмәтсафиева 3-сө урынға лайыҡ булды.

Легендар йырсы, Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Хәниә Фәрхигә (Биктаһироваға) арнап, уға 62 йәш тулған көндә Үрге Тәтешле ауылында  һәйкәл асылды.

Гөлназ Ғәлләмова.

Легендар йырсыға арнап һәйкәл асылды
Легендар йырсыға арнап һәйкәл асылды
Читайте нас: