Бөтә яңылыҡтар
Хәтер
30 Апрель 2022, 11:35

Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты

Асҡын районы ауылдары зыяраттарында бөгөн өмәләр уҙа. Ул, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указына ярашлы, Иҫкә алыу һәм ихтирам көнө сиктәрендә ойошторолдо.

Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты

Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында ҡатнашыусы Солтанбәк ауылында ла иртә менән халыҡ дәррәү өмәгә сыға.

«Зыяратты тәртипкә килтереү – бик сауаплы, изге эш.Үлән йәшәреп сыҡҡан мәлдә ҡәберлектәрҙе ипкә килтереү бик яҡшы. Солтанбәктә элек-электән халыҡ был эштә әүҙем. Быйыл айырыуса кеше күп сыҡты өмәгә. Урындағы мәктәп, ауыл Советы хакимиәте, балалар баҡсаһы, ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре, ағинәйҙәр, “Атайҙар мәктәбе” ағзалары, ауыл халҡы мәж килеп эшләй.Ауылдан ситтә йәшәүселәр ҙә ата-әсәләре, туғандары ҡәберен тәртипкә китереү өсөн бөгөн өмәгә ҡайтты. Эш берҙәм, ырамлы бара.

Тереләрҙең - ҡәҙерен, үлгәндәрҙең ҡәберен бел, ти халыҡ мәҡәле. Мәңгелек йортҡа иртәме, һуңмы барыбыҙ ҙа барабыҙ. Шуға ла бөгөн ололар менән йәштәр ҙә килеп,ҡәберлектәрҙе тәртиптә тоторға өйрәнә.Был үҙенә күрә тәрбиә булып тора”, - тип хәбәр итте Солтанбәк ауылы биләмәһе башлығы Фәнил Фәнғәт улы Шәрәфетдинов.

Ураҙа байрамы алдынан зыярат ҡылып, ундағы сүп-сарҙы таҙартып, әйләнә-тирәне тәртипкә килтереү, мәрхүмдәрҙе иҫкә алыу – иң сауаплы ғәмәл. Айыҡ, сәләмәт тормош алып барыусы солтанбәктәр был эштә һәр саҡ берҙәм!

Наилә Имаева.

 

Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Солтанбәктәр дәррәү өмәгә сыҡты
Читайте нас: